«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » “Йәшлек”тән айырылмағыҙ, дуҫтар!



19.04.2013 “Йәшлек”тән айырылмағыҙ, дуҫтар!

– Ҡара әле, һин “Йәшлек” гәзите менән танышһыңмы?
– Әлбиттә! “Йәшлек” – донъяла, илдә һәм төбәктә барған ваҡиғаларға, йәмғиәт тормошона үҙ ҡараш-фекере, үҙ ҡиблаһы, үҙ уҡыусыһы булған һәм аяғында ныҡ баҫып торған гәзит. Тәү сиратта милли бурыстарҙы үтәргә ын­тыл­ған баҫма йәштәрҙеке генә түгел, уны ғаиләләр, ауыл халҡы бик яратып уҡый. Интернет менән дуҫ булған, әммә гәзитте ҡулына тотоп та ҡарамағандар өсөн гәзиттең сайты эшләй. “Йәш­лек”тең сайтында меңәрләгән кеше даими ҡунағыбыҙға әйләнгән, шул иҫәптән сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә.
– Шулай итеп, “Йәшлек”кә яҙылыу һиңә нимә бирә?
– Ул бөгөн ата-бабалар йолаһын, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, динебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап торған, һәр бер кешегә тик яҡшылыҡ, изгелек һәм именлек теләгән, республикала башҡорт телендә сыҡҡан иң популяр баҫма! Ғәҙел, тура һүҙле “Йәшлек” гәзитен республика диңгеҙендә ныҡлы курс менән алға барыусы карап итер өсөн, һинең һәм башҡа хөрмәтле милләттәштәребеҙҙең “Йәшлек”­тән айырылмауы һорала.
– Рәхмәт, дуҫым, кәңәшеңә!
– Туҡта, ҡайҙа саптың?
– “Йәшлек”кә яҙылырға-а-а-а….
Ә һеҙ “Йәшлек”гәзитенә яҙылдығыҙмы?
Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 447 һум 54 тин. Индексы – 80148.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға