«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » “Йәшлек” ҡалыная



05.04.2013 “Йәшлек” ҡалыная

Ниһайәт, беҙгә, йәғни ваҡытлы матбуғат баҫмаларына, дуҫтарының тоғролоғон тағы бер тапҡыр һынай торған мәл етте. Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналға яҙылыу тураһында әйтәм. Бына бер нисә көндән, 11 – 21 апрелдә 10 процент ташлама менән дә яҙылырға мөмкинлек булдырҙыҡ. Барыһы ла тик һеҙҙең өсөн, дуҫтар!
Шуны ла еткереүҙе мотлаҡ тип иҫәпләйбеҙ – “Йәшлек” үҙгәрештәр кисерә. Беренсе июлдән ул һеҙҙең ҡулға башҡасараҡ сүрәттә килеп ятыр, моғайын.
Ошо тәңгәлдә бер баланың тәүгә “Әлифба” менән танышып ултырғаны иҫкә төштө. Балалар баҡсаһына йөрөгәнлектән, һәр хәреф менән яҡшы таныш бала китапты шатырлатып уҡый, битен бер-бер артлы аса. Шунан ҡыуанысынан бөтә өйгә яр һала: ”Әсәй, был китап шундай ҙу-уур!”. Ҙур тигәне менән ҡалын тигәнде аңлатырға теләгәндер инде. Бына шулай, һеҙгә лә ошо бала ҡыуанысын татыу мәле етер, сөнки гәзитебеҙ ҡалыная. Ике һан – шишәмбе менән йома һаны бергә ҡушыла һәм аҙнаһына бер тапҡыр 24 битлек гәзит сығасаҡ. Был гәзитте ваҡытында ала алмау проблемаһы бөтөрөнә лә өмөт бирә.
ҡалын гәзитебеҙҙә бөгөн дә даими баҫылған рубрикалар рәтенән ҡыҙыҡлы яңылары урын алыр, хикәйәләр менән дә әлегеләй йыш-йыш таныштырырбыҙ. Мауыҡтырғыс күҙәтеүҙәр, әңгәмә-бәхәстәр, проблемалар, за­мандаштарыбыҙҙың йәшәйеше, яңылыҡтар, хаттар – барыһы ла, барыһы ла булыр. Һеҙҙән теләк-тәҡдимдәр ҙә көтөп ҡалабыҙ.
Әлбиттә, хаҡы бер аҙ ғына үҫте – икенсе ярты йыллыҡҡа “Йәшлек”кә яҙылыу 447 һумға торош итә.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға