«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!



16.10.2010 «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

«Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!ҡәҙерле дуҫтар! Көҙ уңыш йыйыу миҙгеле генә түгел, 2011 йылдың тәүге яртыһына яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылыу мәле лә.
Әйткәндәй, «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы 14 октябрҙән 24-нә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үткәрә. Был сара һеҙҙең һәр берегеҙгә күңелегеҙгә ятҡан баҫмаға ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, «Йәш­лек»тең шишәмбе һәм шәмбе һандарына (индексы – 80148) ошо ун көн эсендә 334 һум 8 тингә (ташлама – 37 һум 14 тин), ә шәмбе (индексы – 16414) һанына ғына 271 һум 92 тингә (ташлама – 30 һум 24 тин) яҙылырға мөмкин.
Был мөмкинлекте файҙаланып ҡалырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға