«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Почтаға йүгер, дуҫым!



27.01.2012 Почтаға йүгер, дуҫым!

Почтаға йүгер, дуҫым!
Алтын бөртөкләп йыйыла, тиергә яратабыҙ. Уңышының сере менән бүлешкән миллионерҙар ҙа бер генә һумды ла юҡҡа бөтөрмәҫкә өйрәтә. Шунлыҡтан, ҡәҙерле милләттәштәребеҙ, һеҙгә бик шәп тәҡдимебеҙ бар − ағымдағы йылдың 1 февраленән 31 мартҡа тиклем «Йәшлек» гәзитенә 2012 йылдың икенсе яртыһына алдан яҙылыу кампанияһы башлана. Ошо арауыҡта икенсе ярты йыллыҡҡа беренсе ярты йыллыҡта билдәләнгән хаҡтар буйынса яҙылып ҡалырға мөмкин.
Тимәк, төп индексыбыҙ − 80148 буйынса 6 айға 351 һум 72 тингә яҙылып ҡалырға тейешһегеҙ! Был – шишәмбе һәм йомала киләсәк гәзиттең индексы. 31 марттан һуң хаҡтар артасаҡ.
Бер айға яҙылыу хаҡы − 58 һум 62 тин.
ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға