«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Ваҡыт һанаулы... «Йәшлек»кә яҙылыуҙың да билдәле ваҡыты бар



15.11.2011 Ваҡыт һанаулы... «Йәшлек»кә яҙылыуҙың да билдәле ваҡыты бар

Ваҡыт һанаулы... «Йәшлек»кә яҙылыуҙың да билдәле ваҡыты бар
Күҙ алдына килтерегеҙ әле: донъяла шундай банк бар икән, һәр иртә һеҙҙең иҫәпкә 86 400 һум аҡса күсерә, имеш. Шуныһын да белегеҙ: кем тотоноп бөтмәй, үҙенә үпкәләһен − банк ҡалған аҡсаны һаҡламай. Нимә эшләр инегеҙ? Әлбиттә, көн һайын тиненә тиклем сығарып алырһығыҙ. Хәтерегеҙгә һеңдерегеҙ: был банкыла һәр кемебеҙҙең иҫәбе бар. Был банк нисек атала? Ул − ВАҡЫТ. Һәр иртә менән беҙҙең иҫәпкә 86 400 секунд тәғәйенләп ҡуя. Уны нисек, ниндәй маҡсатта файҙаланаһығыҙ, үҙегеҙҙән тора. Бушҡа үтә икән, ул секундтар бер ҡасан да кире ҡайтарылмай...
Әлеге риүәйәт беҙгә нимәне аңғарта һуң? Әлбиттә, ваҡыттың ҡәҙерен белергә, һәр көндө, сәғәтте, минутты, секундты мәғәнәле итеп үткәрергә ишаралай. Бөгөн бирелгән мөмкинлектәрҙе нәҡ бөгөн ҡулланырға кәрәклеген дә әйтә. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, шулай эшләйек тә. Тап бөгөн, ошо көндәрҙә һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, «Йәшлек»кә яҙылыу мөмкинлеге бирелә.
Хаҡтарҙы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан гәзиткә (индексы − 80148) яҙылыу − 351 һум 72 тин. 16 битлек ҡалын «Йәшлек»тең йома сығасаҡ һанына (индексы − 16414) 294 һум 18 тин аҡсағыҙ ҙа етә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға