«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә 23 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!



15.10.2011 Ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә 23 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә 23 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә 13 октябр­ҙән 2012 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителде. Был сара гәзит-журналдарҙың тиражын күтәреү һәм уҡыуға ынтылышты күтәреү маҡсатында яҙлы-көҙлө «Рәсәй почтаһы», редакциялар тарафынан ойошторола.
Ташлама каталогтағы хаҡтың 10 процентын тәшкил итә. Башҡортостанда 23 октябргәсә гәзит-журналдар редакциялары төрлө саралар үткәрәсәк.
Был көндәрҙә «Йәшлек» хаҡында ла онотмаҫһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Байтаҡ дуҫтарыбыҙ, подписка башланыу менән үк почта бүлексәһенә барып, баҫмабыҙға яҙылыуын белдер­ҙе. Гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡтарын бер килограмм колбаса менән дә, кәнфит-шәрбәт менән дә, хатта ярма хаҡтары менән дә сағыштырып тормайбыҙ, бары тик, яҙылһағыҙ, «Йәшлек»тең һеҙҙе тотош алты ай буйы бай мәғлүмәт менән тәьмин итәсәген генә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Шишәмбе һәм йома көндәрендә сыҡҡан 80148 индекслы «Йәшлек»кә әгәр быға тиклем яҙылыу хаҡы 351 һум 72 тин булһа, 10 процентлы ташламаны файҙаланып, уға 316 һум 50 тингә яҙыла алаһығыҙ.
Хаҡы 294 һум 18 тин торған 16144 индекслы йома һанын ғына яҙҙырып уҡырға теләүселәр уны ташлама менән 264 һум 72 тингә яҙҙыртыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
ҡәҙерле дуҫтар, был ташлама 23 октябргә тиклем генә. Мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға