«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Таба алмаһағыҙ, үҙебеҙ тәҡдим итербеҙ



12.03.2011 Таба алмаһағыҙ, үҙебеҙ тәҡдим итербеҙ

«Йәшлек» гәзите һәр саҡ халыҡ ара­һында булды. Һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтендә эшләне һәм бөгөн дә был сифатынан тайпылмай.
Бер-ике йыл элек кенә ауыл халҡының бик күп көс һалып үҫтергән малын бик арзан хаҡҡа һатыуын күреп, күңел әрнегәндән Өфө ҡалаһындағы аҙыҡ-түлек хаҡтарын гәзит биттәрендә даими яҡтыртып барыуыбыҙ бик күптәргә оҡшаны. Хәҙер иң төпкөл ауылдарҙа ла йәшәүсе уҡыусыларыбыҙҙың, алыпһатарҙар иткә арзан хаҡ тәҡдим итһә, ниңә, «Йәшлек»те уҡымайһығыҙмы әллә, тип кенә ебәреүен ишетеү беҙгә лә ҡыуаныс өҫтәй. Тимәк, эшләгән эшебеҙ бушҡа түгел.
Тағы ла яҡшыраҡ гәзит сығарыу, һеҙҙең «Йәшлек» биттәрендә ниндәй мәҡәләләр уҡыр­ға теләүегеҙҙе белеү маҡсатында бер тәжрибә башламаҡсыбыҙ. Ул әллә ни ҡатмарлы түгел. Белеүебеҙсә, гәзит һатыу­ға бик аҙ сығарыла. Киоскыларҙа «Йәшлек»те эҙләп-эҙләп тә таба алмағандар, аптырап, редакцияға килә. Ошо шәмбенән башлап иһә беҙ һеҙгә үҙебеҙ бармаҡсыбыҙ, йәғни тиражды 100 данаға артығыраҡ баҫтырып, һатыу ойошторасаҡбыҙ. Бер дана гәзиттең хаҡын 10 һум тип билдәләйбеҙ, ҡиммәтерәккә алырға теләһәгеҙ, баш тартмайбыҙ. Ә инде тәжрибәнең нисек барыуы, уҡыусыларҙың ниндәй журналистарҙың мәҡәләһен уҡырға теләүе хаҡында ай буйына шәмбе һандарында һөйләрбеҙ. Тәжрибә Өфө ҡалаһында башлана, артабан республикабыҙҙың район үҙәктәрендәге, ауылдарындағы баҙарҙарҙа, магазиндарҙа, мәктәптәрҙә булырбыҙ, һеҙҙең өйҙәрегеҙгә лә инербеҙ, шуға күрә гәзит һатып алырға тәҡдим итеүсе «Йәшлек» журналистарын күрһәгеҙ, аптырамағыҙ, ҡулығыҙҙан килһә, ярҙам итеп тә ебәрегеҙ.
Шулай итеп, бөгөнгө һанды һатыусыларыбыҙ – баш мөхәррир урынбаҫары Әлфиә Хәмитова менән яуаплы сәркәтип Вадим Хәбиров. Уларға уңыштар теләйек!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға