«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Миллион да отор ине!



11.07.2019 Миллион да отор ине!

«Йәшлек»тең «Аҙна һайын – бүләк» уйынында төп приз - бензобысҡыны отҡан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Мансур Ғәлиевты, ысынында ла, ҡул арты еңел, бик даланлы кеше, тип әйтергә була. Сөнки ул «Даирә» район гәзитенең уйындарында өс приз, «Йәшлек» тә элек сәғәт тә отҡан булған. Гелән дәүләт лотереяларын алып торһа, билләһи, миллион да отор ине, тибеҙ.

- Атайым, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең ҙур хужалығынан тыш, баҫыуҙа ла эшләп өлгөрә. Эшкә талымһыҙ, уңған, эшен аҙағына тиклем еткереп башҡарғаны өсөн урындағы фермерҙар үҙҙәренә саҡыра. Олоғайған өләсәйебеҙгә, туғандарына, беҙгә, балаларына, хатта ауыл халҡына ярҙам ҡулы һуҙырға ла ваҡыт таба. Эштән ҡурҡмаған, егәрле булмышлы атайыбыҙҙы яраталар, хөрмәт итәләр. Ейәндәре беҙҙең «алтын ҡартатайыбыҙ» тип кенә ебәрә.

Гәзиткә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Бай йөкмәткеле, уҡымлы баҫмағыҙҙы яратып уҡыйбыҙ. Беҙҙе ҡыуандырғанығыҙ өсөн рәхмәт, «Йәшлек»! Төп призды оторобоҙ тип уйламағайныҡ та», - тип яҙып ебәргән Мансур Нәсибулла улының ҡыҙҙары.

Бүләгебеҙҙе рәхәтләнеп файҙаланырға яҙһын!





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға