«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Бүләкте тапшырҙыҡ!



02.07.2019 Бүләкте тапшырҙыҡ!

«Аҙна һайын – бүләк!» уйынында еңеүселәр редакциянан бүләктәрен килеп ала башланы. Ишембай районының Этҡол ауылынан Айбулат Кинйәбыҙовҡа триммерҙы тапшырҙыҡ.

«Өфөгә юл төшмәй тора ине. Призымды килеп алыу ниәте менән баш ҡалабыҙға килеп сығырға булдым. Был уйында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашҡайныҡ. « Йәшлек»кә йыл да яҙылабыҙ. Беҙгә «Сәләмәтлек», «Шәхси хужалыҡ» махсус сығарылыштары оҡшай. Хикәйәләрҙе яратып уҡыйбыҙ. Ауыл кешеләренә мал, ҡош- ҡорт тәрбиәләү буйынса яҙһағыҙ ҙа, бик файҙалы булыр ине», - ти ул.

Айбулат ағай « Башгеоцентр» ойошмаһында күҙәтеүсе булып эшләй, ер аҫты һыуҙарын тикшерә. Шәхси хужалығында тормош иптәше менән күпләп мал аҫырай, умарта тота.

Беҙ бүләк иткән триммер Кинйәбыҙовтарға бесән сабырға ҡулай булды. « Йәшлек»тең призы- иҫтәлеге оҙон - оҙаҡ хеҙмәт итһен!





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Әлфиә Хәмитова


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға