«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!



06.02.2019 Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

Йәшлек кире ҡайтмаһа ла,

Күңел ҡартаймай әле.
Ҡартайғанда «Йәшлек» уҡып,
Йәшлеккә ҡайтам әле.

Почтальон «Йәшлек» тарата,
Аҙнаға бер булһа ла.
Күңел күтәрелә шул саҡ,
Ҡартлыҡ яҡын булһа ла.

Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел тиҙәр,
Ниңә шатлыҡ булмаһын?
Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә –
Күңелдәр буш тормаһын!





Автор: Сәриә СӨЛӘЙМӘНОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға