«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!



27.12.2018 Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

“Аҙна һайын – бүләк!” лото уйынын йомғаҡларға ла ваҡыт етте. Гәзитебеҙгә яҙылыусыларҙан бөтәһе меңдән ашыу хат алдыҡ. Гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияларығыҙға ҡушып, беҙҙең хаҡта йылы фекерҙәр еткереүегеҙгә, теләктәрегеҙгә рәхмәт, дуҫтар!

Еңеүсене редакциябыҙға килеп, тылсымсы бабай – Хоттабыч һайлап алды.

Төп приз – велосипедты Салауат районының Әлкә ауылынан Рәйес КӘРИМОВ отто.

Ике ҙур термос Миәкә районының Нарыштау ауылынан Рәиф ШӘРИПОВ менән Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылынан Зифа ҒҮМӘРОВА өлөшөнә төштө.

“ Миңә “ Йәшлек” гәзите ғүмерем буйы юлдаш булды. 71 йәштә булһам да, һаман да яратҡан баҫмама тоғро ҡалам. Йыл һайын квитанциямды ебәрһәм дә, бүләк ота алғаным юҡ. Был юлы , бәлки, бәхет йылмайыр”, – тип яҙған хатында Зифа инәй.


Сәй термостарын отоусылар – Әлшәй районының Ҡыпсаҡ - Асҡар ауылынан Гөлгөнә ТАТЛЫБАЕВА, Әбйәлил районының Атауҙы ауылынан Рәзилә ВАФИНА, Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай ауылынан Ҡәнзәфәр ҺАҒЫНБАЕВ, Бөрйән районының Байғаҙы ауылынан Зиннур ФӘЙЗУЛЛИН, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Зәниә ХӘСӘНОВА, Федоровка районының Оло Сытырман ауылынан З. Мәмбәтҡолов. Сәй сервиздары– Йылайыр районының Йылайыр ауылынан И. ҮТӘЕВ менән Межгорье ҡалаһынан Лилә СӘИТОВАҒА, графин менән стакандар йыйылмаһы Ф. МАҒАЗОВҠА сыҡты.

Өлөшлө һәм даланлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!












Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға