«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Бәхет кемдәргә йылмая?



26.11.2018 Бәхет кемдәргә йылмая?

Үткән аҙналағы “Аҙна һайын – бүләк” уйыны еңеүсеһе – Баймаҡ районының Таһир ауылынан Рәмилә ӘЛИБАЕВА. Ул салат һауыттары йыйылмаһы отто.

“Тағы ла бәхетте һынап ҡарарға булдыҡ. Бәлки, велосипед та отоп ҡуйырбыҙ. Йыл да ҡатнашабыҙ, әллә ниңә бүләк эләкмәй ҙә ҡуя. Гәзитегеҙҙе оҙаҡ йылдар алдырып уҡыйбыҙ. Бер ҡасан да “Йәшлек” тән айырылғаныбыҙ юҡ”, – тип яҙған ул хатында. Уҡыусыбыҙ 39 йыл фельдшер булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан.

Еңеүсегә бүләкте килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен килтерергә кәрәк.

Редакцияға “Аҙна һайын – бүләк” уйынына әлеге көндә 500- ҙән ашыу хат килде. Бүләк отоусыларҙы ғәҙел билдәләйбеҙ – һәр хәбәрсе хаттарҙы сиратлап тартып ала.

Уйын декабрь аҙағына тиклем дауам итә, бүләктәр, иң мөһиме – велосипед һеҙҙе көтә. Йәһәтерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен хат менән редакцияға ебәрергә ашығығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға