«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Махсус биттәр » Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ



07.06.2018 Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ

Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ
Һаумыһығыҙ «Йәшлек»тәр! Мин бик өлкән йәштәге кешемен, ләкин йәштән үк баҫмағыҙҙан айырылғаным юҡ. Ул уҡыусыларымды тәрбиәләү, телгә һөйөү уятыу сығанағы булды. Беҙҙең быуын күп уҡыған, ҡосаҡ- ҡосаҡ гәзит-журналдарға яҙыла торған быуын булды шул.
Әле 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу бара. Һуғыш ветерандарына I, II инвалидтарына ташлама менән 10 көнлөк иғлан ителгән. Мин 2017 йылдың сентябрендә үк 2018 йылдың тәүге яртыһына яҙылып ҡуйғайным . «Осҡон», «Әбйәлил» район гәзиттәре, «Башҡортостан», «Йома», «Йәшлек», «Киске Өфө», «АИФ – Башҡортостан», «Тамаша», «ЗОЖ», «Тайны здоровья», «Һәнәк» журналдарына яҙылдым, балалар йорто менән хосписҡа ла подписка эшләнем. Үҙемдең дә һаулығым ҡалманы, бер күҙем күрмәй, шулай ҙа матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыуымды дауам итәм.
Һеҙгә мәҡәләләр ҙә ебәргеләй торғайным, баҫмай ҡалманығыҙ. Төрлө ярыш, дәртләндереү саралары ойоштора инегеҙ, бүләктәр ҙә ебәрҙегеҙ.
«Йәшлек» – уҡымлы, йөкмәткеле гәзит. Башҡалар әйтмәгәнде (әйтә алмағанды) ул әйтә. Тура һүҙле. Тематикаһы бик бай. Унда ҡыҫҡа һәм тос мәҡәләләр өҫтөнлөк ала.
Баш мөхәррир Артур Хәсән улы Дәүләтбәков гәзиттең уҡымлы булыуы өсөн бөтәһен дә эшләй, ныҡ хөрмәт итәм уны. Телевизорҙа ла йыш үҙен күрәм. Күрһәм ныҡ ҡыуанам. «Һаумы, улым!» – тип сәләмләйем һәм уңыш теләйем.

Нәғимә ИЛҺАМОВА, тыл ветераны.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға