«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Бүләктәребеҙ – лайыҡлыларға!



24.10.2017 Бүләктәребеҙ – лайыҡлыларға!

Бүләктәребеҙ – лайыҡлыларға!
Тәүге еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ. «Аҙна һайын – бүләк» конкурсында приздар уйнатыуҙы башлайбыҙ.
Был аҙнаның еңеүселәре – Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылынан Әнүәр Дилмөхәмәтов менән Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Әминә Байегетова. Уларҙың тәүгеһе – фарфор сәйнүк, икенсеһе көрөшкәләр йыйылмаһы менән бүләкләнә (бүләктәрҙе килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләре кәрәк буласаҡ).
Квитанцияларын тәүгеләрҙән булып ебәреүселәрҙең икеһе лә – гәзитебеҙҙең даими уҡыусыһы. Оло йәштә булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, «Йәшлек» менән дуҫлыҡтарын өҙмәйҙәр.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Тиҙерәк «Йәшлек»кә яҙылып, квитанциялары­ғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ. Бүләктәр һеҙҙе көтә!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға