«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » «Йәшлек» менән – ил менән



14.12.2010 «Йәшлек» менән – ил менән

Матбуғат баҫмаларына киләһе йылға яҙылыу кампанияһы 25 декабрҙә тамамлана – гәзитебеҙгә яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, әле һуң түгел
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Киләһе йылдың ярты йыллығына ваҡытлы мат­буғат баҫмаларына яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. «Йәш­лек»һеҙ ҡалғығыҙ кил­мәһә, ашығығыҙ! Баҫ­ма­быҙҙы аҙнаһына өс тапҡыр алыр­ға күнеккәндәр өсөн иҫкәрмә: хә­ҙер «Йәшлек» аҙна­һы­на ике тапҡыр (шәм­бе көндө берәгәйле – ке­се йома һәм шәмбе һан­дары ҡушылып) сыға.
Гәзит өйөгөҙгә аҙна­һына ике тапҡыр килһен тиһәгеҙ, 80148 (шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә киләсәк гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин) һәм 16414 (шәмбе һанына – 302 һум 16 тин) индекстары буйынса яҙылығыҙ. Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ «Өфө-печать» киоскылары аша 80148 индексы буйынса гәзитебеҙҙең шишәмбе һәм шәмбе һандарына яҙы­ла ала. Был осраҡта бер айға яҙылыу хаҡы – 50, ярты йылға 300 һумға төшә. Тик баҫманы гәзит киоскыһынан үҙегеҙгә барып алыр­ға тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға