«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Еңеүселәргә – өс «Һәнәк»!



14.12.2010 Еңеүселәргә – өс «Һәнәк»!

«Йәшлек»тең 39-сы һанында «Һәнәк» журналының 85 йыллығына арнал­ған сканворд донъя күргәйне. Белеүебеҙсә, журналдың баш мөхәррире Салауат Әбүзәров, сканвордты дөрөҫ сисеп, унда йәшерелгән йомаҡты һәм уның яуабын табып, тәүгеләрҙән булып редакцияға ебәргән уҡыусыларға бушлай өс подписка вәғәҙә иткәйне.
«Йәшлек»тәр редакцияға килгән хаттарҙың бөтәһен дә беҙгә килтереп тапшырҙы. Баш мөхәррир Салауат Әбүзәров «иң-иң»дәрҙе билдәләп үтте.
Йәмғеһе 27 дөрөҫ яуап алдыҡ. Әүҙем ҡатнашыусылар йәнә Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан. Әммә иң тәүгеләрҙән булып дөрөҫ яуап ебәреүселәр Ауырғазы районының Мораҙым ауылында йәшәүсе Лилиә Смакова, Баймаҡ районының Һаҡмар ауылынан Әхмәт Арыҫланов һәм ҡыйғы районының Алағуҙ ауылынан Илһам Латипов булып сыҡты.
Афарин! Һеҙҙе, вәғәҙә ителгәнсә, киләһе йылдың беренсе яртыһына «Һәнәк» журналына бушлай яҙылыу көтә.
«Һәнәк» журналының 85 йыллығына арналған башватҡысты сисеүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла һәм коллегаларыбыҙ – «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бергә-бергә йылмайып йәшәйек!

Диана ХӘБИБУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға