«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Яҙылайыҡ, рәхәтләнеп уҡыйыҡ!



05.12.2016 Яҙылайыҡ, рәхәтләнеп уҡыйыҡ!

Яҙылайыҡ, рәхәтләнеп уҡыйыҡ!1 декабрҙән гәзит-журналға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу декадаһы башланды. «Йәшлек» гәзитенә ун көнлөктә 657 һум 48 тингә яҙыла алаһығыҙ (индексы П2757). Баҫма 87 һум 6 тингә арзаныраҡҡа төшәсәк.

Яҙылырға мөмкинлек юҡ тип ятмайыҡ, дуҫтар, әмәлен табайыҡ. Ғаилә сығымдарының бәләкәй генә өлөшөн гәзитебеҙ өсөн йәлләмәҫһегеҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ. Башҡорт матбуғатының, туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙың яҙмышы һинән тора, ҡәҙерле уҡыусыбыҙ. Гәзитебеҙҙең тиражы милләтебеҙҙең берҙәмлеген, уҡымышлы милләт булыуын күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдәге көрсөк барлыҡ өлкәләргә лә ҡағылды, почта, типография сығымдарына хаҡтар артҡан ваҡытта гәзит-журнал нәшер итеүе лә еңел түгел. Баҫ­маларға хаҡтар­ҙың самаһыҙ артыуы ла шуға бәйле. Милләт яҙмышы өсөн борсолаһың икән, өйөңә бер матбуғат баҫмаһы алдырып уҡыуың да туған телең­де ихтирам итеүеңде, милләтеңде яратыуыңды иҫбатлауың булыр. Әгәр яҙылғанһың икән, афарин! Күрше-күләнеңде, ауылдаштарыңды, дуҫ-иштәреңде, туғандарыңды өгөтлә!

Үтеп барған йылдың икенсе ярты йыллығында беҙҙе 6881 кеше алдырып уҡый. Гәзиткә яҙылыу уларҙың күптәренә ҡыуаныслы мәлдәр ҙә бүләк итте, гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторолған «Аҙна һайын – бүләк!», «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ойошторған конкурстарҙың бүләктәрен дә алып ҡыуандылар. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылынан баҫмабыҙҙың дуҫы Рафаил Ишсарин – телевизор, Телекарта ТВ спутнигы комплекты, Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан Мәҙинә Вәлиәхмәтова – телевизор, Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылынан Таһир Йосопов, Ғафури районының Красноусол ауылынан Ә. Ғәлләмова – Телекарта ТВ спутнигы комплекты, Ғафури районының Тайыш ауылынан Айрат Шәмсетдинов, ошо уҡ райондың Оло Үтәш ауылынан Маһира Йыһаншина, Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан М. Әминева, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Фәнүзә Хәкимова, Әбйәлил ра­йонының Мәхмүт ауылынан Ғәлиә Көмөшҡолова планшет менән бүләкләнде. Артабан да «Республика Баш­кортостан» нәшриәт йорто ҙур бүләктәр вәғәҙә итә.
Йыл дауамында баҫмабыҙ ойоштор­ған бәйгеләрҙә ҡатнашҡан уҡыусыларыбыҙ ҙа приздарһыҙ ҡалғаны юҡ. Иң шәп кроссворд сисеүсегә Әлшәй районынан фермер Мөнир Шәймө­хәмәтов бер һарыҡ та инселәне.

Берҙәмлектә генә көс. Дуҫтары күп булғанда ғына «Йәшлек» тә йәшәр! Киләһе йылда ла баҫмабыҙҙы яҡын күреүселәр сафы ишәйер, тигән теләктә ҡалабыҙ

Ғаиләбеҙҙең дуҫы – «Йәшлек»
«Йәшлек» гәзите – минең яратып уҡыған баҫмам. Ул – беҙҙең ғаилә дуҫы. Бигерәк тә беҙгә, йәштәргә, фәһем бирерҙәй, тормошсан мәҡәләләрҙең күп булыуы оҡшай. Һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуына ятышлы, файҙалы кәңәштәр менән тулы рубрикалар донъя көткәндә бигерәк тә ярап ҡала. Һеҙгә ижади уңыштар, яңы ҡыҙыҡлы мәҡәләләр һәм баҫмағыҙҙы алдырып уҡыусыларҙың күп булыуын теләп ҡалам.

Иң изге теләктәр
менән – Ф. ХӘСӘНОВА.
Йылайыр районы.

Теләгән кеше яйын таба

Баймаҡҡа килгән һайын элекке коллегам Айһылыу Иҫәнгилдинаға инеп, хәлен белеп сығам. Беҙ уның менән Аҡтырнаҡ башланғыс мәктәбендә өс йыл уҡытыусы булып эшләнек. Өҫтәлендә һәр саҡ «Йәшлек» ята. Район гәзитенә лә яҙылмай ҡалғаны юҡ. «Инвалид пенсияһына ғына йәшәп, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына нисек аҡса еткерәһең?» – тип һорағас: «Кредит алам да, яҙылам. Бигерәк тә «Йәшлек» гәзитен көтөп алам, яратып уҡыйым», – тип яуапланы ул. Хатта «Йәшлек»те йыйып барып, дауаханала ятҡан ауырыуҙарға ла уҡырға алып бара.
Ишәй, Аҡтырнаҡ мәктәптәрендә уҡытыу­сы булып маҡталып эшләне ул. Ауыл йәштәрен, ауыл халҡын ойоштороп, концерттар менән сығыш яһай торғайнылар. Уҡыусылары ла хөрмәтле уҡытыусыны йылы һүҙҙәр менән хәтерләй. Яҙмыш һабаҡташыма аяуһыҙлыҡ күрһәтте – тормош юлында ауырлыҡтарға күп осраны, 18 йәшлек ҡыҙын юғалтты. Ғаиләһендәге оло юғалтыу һаулығында ла кире сағылыш тапты. Күңел төшөнкөлөгөн эш менән баҫа әхирәтем – матур-матур сәскәләр, йәшелсә үҫтерә. Район ойоштор­ған төрлө кисәләрҙә ҡатнаша, мәсеткә йөрөй, ололарҙы саҡырып, аяттар уҡытып тора. Күптәр өсөн өлгө ул Айһылыу.

Сәлимә ӘЛМӨХӘМӘТОВА.


83 йәштә лә гәзит менән
Пенсия йәшендә булһам да, һаман да «Йәшлек»те алдырып уҡыйым. Гәзитегеҙ бик уҡымлы. Бигерәк тә сканворд, кроссворд сисергә яратам, спорт бите менән ҡыҙыҡһынып барам. Мин «Салауат Юлаев» хоккей командаһының әүҙем көйәрмәне. Бигерәк тә «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһында сыҡҡан яҙмаларығыҙ оҡшай. Күпме яҙмыш тураһында уйланаһың. «Сәләмәтлек» битендәге материалдар һәр кем өсөн файҙалы, афоризмдарҙы ла үҙ итәм. Гелән шулай уҡымлы булып ҡал, «Йәшлек»!

В. ХӨСНӨТДИНОВА.
Ғафури районы.

Уҡымышлылыҡ кешене биҙәй

83 йәштә булһам да, һаман «Йәшлек» гәзитен алдырып уҡыйым. Бөтә рубрикаларығыҙ, махсус биттәрегеҙ ҙә оҡшай. Гәзитегеҙҙе уҡып күңелгә ял алам, яңылыҡтар менән танышам, уйланам. Мин үҙем 45 йыл китапханасы булып эшләнем. Олоғайһам да китап, гәзит-журнал уҡыуҙан айырыла алмайым. Үҙ- үҙеңде үҫтереү, күңелеңде байытыу өсөн рухи аҙыҡ кәрәк. Уҡымышлылыҡ беҙҙең халыҡты биҙәй генә.
Камила ӘЛМӨХӘМӘТОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Түбәнге Төкөн ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға