«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Башватҡыстар яратыусылар иғтибарына!



15.11.2016 Башватҡыстар яратыусылар иғтибарына!

Башватҡыстар яратыусылар иғтибарына!“Йәшлек”кә бер йылға яҙыл да конкурста ҡатнаш! Бәлки тоҡомло ҡуй һиңә эләгер!
Дөрөҫ яуап биргән һәр кем конкурс еңеүсеһе була аласаҡ!
“Йәшлек” гәзите республика баҫмалары араһында үҙенең кроссворд һәм сканворд сисергә яратыусылары менән айырыла. Баҫма был өлкәлә йыш ҡына конкурстар үткәреп тора. Унда даими ҡатнашҡан уҡыу­сыларыбыҙ бөтә Башҡортостанға таныш. Улар араһында формаль булмаған чемпиондар ҙа бар, тиһәң дә хата булмаҫ. Гәзиттә баҫылған башватҡыстарыбыҙға яҡынса 50 – 60 кеше даими яуап ебәрә.
Кроссворд сисеүҙең кеше һаулығына ыңғай тәьҫирен яҡшы аңлап, беҙ Яңы 2017 йылда яңы конкурс иғлан итергә йыйынабыҙ. Уның төп маҡсаты – гәзитебеҙҙе алдырыусы һәр кешене кроссворд сисеү эшенә йәлеп итеү. Шунлыҡтан конкурста еңеү өсөн кәмендә бер тапҡыр булһа ла дөрөҫ яуап ебәреү шарт. Һәр башватҡысҡа дөрөҫ яуап биргән кеше Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” программаһында тура эфирҙа үткәреләсәк йәрәбәлә ҡатнаша алыу хоҡуғына лайыҡ була. Ни тиклем күберәк дөрөҫ яуап ебәргән уҡыу­сының конкурста еңеү мөмкинлеге лә артасаҡ. Бер генә шарт: конкурс­та тик “Йәшлек” гәзитенә яҙылғандар ғына ҡатнаша ала.
Конкурста еңеүсегә бағыусыбыҙ – Әлшәй районының Ҡармыш ауылы фермеры Мөнир Шәймөхәмәтов – затлы приз вәғәҙә итә: үҙе үрсеткән тексель тоҡомло тәкә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға