«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » "Йәншишмә"һеҙ донъя йәмһеҙ



28.09.2016 "Йәншишмә"һеҙ донъя йәмһеҙ

"Йәншишмә"һеҙ донъя йәмһеҙХөрмәтле уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр!
Һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ни өсөнмө? Әле гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Ә балалар был эште үҙҙәре генә башҡарып сыға алмай. Һеҙҙең ярҙам кәрәк.
Бала үҙенең телен, мәҙәниәтен, тарихын белеп үҫергә тейеш. Ә уға нигеҙ кескәй саҡтан һалына. Бының өсөн милли баҫмаларыбыҙға яҙылыу, уларҙы уҡып барыу зарур. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар, синыф етәкселәре ошо йүнәлештә эш алып барһын ине. Ә өйҙә атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр балаларына тыуған көндәренә йәки башҡа берәй төрлө байрам уңайынан “Йәншишмә”гә подписка бүләк итһә, насармы ни? Гәзит уҡыған, үҙҙәре лә яҙыш­ҡан балаларҙың фекерләү ҡеүәһе бөтөнләй икенсе. Был турала һеҙ үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп уйлашайыҡ әле. Балаларға яратҡан гәзиттәренә яҙылырға ярҙам итәйек. Милли баҫмаларыбыҙҙы бөтөрөүгә юл ҡуймайыҡ.
Әйткәндәй, “Йәншишмә”гә яҙылғандар төрлө уйындарҙа ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлегенә лә эйә. Мәҫәлән, “Йән­шишмә”-лото”, “Аҙна һайын – бүләк!”. “Йәншишмә”гә – синыф менән!” акцияһы ла башланды.
Бер айға яҙылыу хаҡы – 72 һум 52 тин, индексы – П2757.
Ярты йылға – 435 һум 12 тин, индексы – 50605.
Бер йылға – 787 һум 27 тин, индексы – П3371.
Йыллыҡ яҙылыуҙың отошло яҡтары бар. Беренсенән, 82 һум 97 тин аҡсағыҙ янығыҙҙа ҡала, икенсенән, подписканы оҙайтыу мәшәҡәтенән ҡотолаһығыҙ. Шәп бит!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға