«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Гәзитебеҙгә яҙылырға онотманыңмы, дуҫым?



07.12.2010 Гәзитебеҙгә яҙылырға онотманыңмы, дуҫым?

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Киләһе йылдың ярты йыллығына ваҡытлы мат­буғат баҫмаларына яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ул 25 декабргә тик­лем генә бара. Ярат­ҡан гәзитегеҙ «Йәш­лек»һеҙ ҡалғығыҙ кил­мәһә, ашығығыҙ! Баҫ­ма­быҙҙы аҙнаһына өс тапҡыр алырға күнеккәндәр өсөн иҫкәрмә: хә­ҙер «Йәшлек» аҙна­һы­на ике тапҡыр (шәм­бе көндө берәгәйле – ке­се йома һәм шәмбе һан­дары ҡушылып) сыға.
Гәзит өйөгөҙгә аҙна­һына ике тапҡыр килһен тиһәгеҙ, 80148 (шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә киләсәк гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин) һәм 16414 (шәмбе һанына – 302 һум 16 тин) индекстары буйынса яҙылығыҙ. Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ «Өфө-печать» киоскылары аша 80148 индексы буйынса гәзитебеҙҙең шишәмбе һәм шәмбе һандарына яҙы­ла ала. Был осраҡта бер айға яҙылыу хаҡы – 50, ярты йылға 300 һумға төшә. Тик баҫманы гәзит киоскыһынан үҙегеҙгә барып алырға тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға