«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Ишҡол мәктәбе уҡыусылары «Йәшлек»кә яҙылған, ә һеҙ?



27.11.2010 Ишҡол мәктәбе уҡыусылары «Йәшлек»кә яҙылған, ә һеҙ?

Гәзитебеҙҙең күптәнге һәм уҡыу­сылар араһында киң танылыу яулаған «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусылары араһында бик күп дуҫтар табырға, яңынан-яңы берҙәм, татыу коллективтарҙы асыҡларға ярҙам итә. Улар менән бер башланған дуҫлыҡ ебе йылдар үткәс тә дауам итә: хатлашып торабыҙ, Өфөгә килгәндә редакцияға инеп сығалар, ә кемдәр инде мәктәпте тамамлағандан һуң журналист һөнәрен һайлай, улар беҙгә практика үтергә килә.
Уҡыусылар ҙа конкурсты бик оҡшата һәм шуның өсөн генә лә гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһын көтөп ала. Әле алдағы йылға конкурсты иғлан итергә лә өлгөрмәнек, ә Әбйәлил районының Ишҡол ауылы уҡыусыларынан хат килеп тә төштө. «Беҙ – Ишҡол урта мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусылары. Һеҙгә шатлыҡлы хәбәр еткерәбеҙ: 2011 йылға синыфыбыҙ менән «Йәшлек» гәзитенә яҙылдыҡ.
Класыбыҙҙа 17 уҡыусы. Уҡыуҙа ла, мәктәптән тыш сараларҙа ла һынатмайбыҙ. Беренсе сиректе лә уңышлы ғына тамамланыҡ. Быйылғы уҡыу йылындағы маҡсатыбыҙ – имтихандарҙы яҡшы билдәләргә тапшырып, аттестат алыу. Сығарылыш синыфы булараҡ, һәр беребеҙ уҡыу йортона уҡыр­ға ингәндә кәрәкле, буласаҡ һөнәребеҙгә ярашлы фәндәрҙән имтихандар һайланыҡ.
Синыфыбыҙҙа һәләтле уҡыусылар күп. Моңло тауышлы йырсыларыбыҙ, баҫҡанда осҡон сәсеүсе бейеүселәребеҙ ҙә, төрлө спорт төрҙәрендә уңыштарға өлгәшкән егеттәребеҙ ҙә бар. ҡыҫҡаһы, нимә генә эшләһәк тә гел бергәбеҙ. Каникулдарҙа Магнитогорск ҡалаһына циркка, аквапаркка, музейҙарға, кинотеатр­ҙарға йөрөйбөҙ, ә йәйгеһен Яҡтыкүл, Талҡаҫ күле буйҙарында ял итәбеҙ. Быйыл иһә боронғо ҡаласыҡ – Арҡайымда булдыҡ. Бына шулай күңелле һәм дуҫ йәшәйбеҙ. Бының өсөн синыф етәксебеҙ Фатима Мәхийәноваға рәхмәтлебеҙ. Фатима Йәноҙаҡ ҡыҙының дәрестәрен дә бик яратабыҙ. Ул беҙҙе алгебра һәм геометрия фәндәренән уҡыта. Мәктәп программаһын ғына өйрәтеп ҡалмай, ә тормош һабаҡтары ла бирә», – тип яҙып ебәргән улар. «Афарин!» тиеүҙән башҡа ни әйтәһең!
ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙ ҙә әбйә­лилдәрҙән ҡалышмаҫһығыҙ, «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсына әүҙем ҡушылырһығыҙ, тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, 25 ноябрҙән 5 декабргә тиклем республикала Балалар, йәштәр һәм милли баҫмалар аҙналығы үтә. Тимәк, «Йәшлек»кә, шулай уҡ «Йәншишмә» гәзите, «Аманат», «Шоңҡар» журналдары һәм башҡа милли баҫмаларға яҙыла алаһығыҙ.
Ашығығыҙ! Һеҙҙән гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған (квитанцияларҙың күсермәһенә синыф етәксеһенең, мәктәп директорының ҡултамғалары, мисәт ҡуйылырға тейеш) йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Беҙҙән иһә – еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы гәзит.

Яңы йылды бергә ҡаршылайыҡ!
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға