«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Әҙәбиәт » «Йәшлек» килһен һәр өйгә!



14.12.2014 «Йәшлек» килһен һәр өйгә!

«Йәшлек» килһен  һәр өйгә!Йырлай-йырлай «Йәшлек»
килә,
«Йәшлек» килә алыҫтан.
«Йәшлек» тигән дуҫҡайыма
Хат яҙам бар йөрәктән.

Шәп гәзиткә яҙылырға
Берәү аҡсаһын йәлләй.
Шешә төбөн ялар өсөн
Хәмергә һис йәлләмәй.

«Йәшлек» килһә өйөбөҙгә,
Кәйефем дә яҡшыра.
«Йәшлек» әллә табип микән?
Күҙ алдарым яҡтыра.

«Йәшлек» уҡыу – күңелле ял,
«Йәшлек» бит – үҙе мәктәп.
Белмәгәнде белдергәнгә
Яҙабыҙ шуға маҡтап.

Күңелдә йыр уяна,
Йәшәүгә дәрт-көс, терәк.
Моңһоҙҙо ла моңло итә,
«Йәшлек» шундай шәп бүләк!

«Йәшлек» тигән гәзитебеҙ
Уҡымлы бит ул зерә.
Ярыштарҙа еңеп сыҡҡан
Шәп гәзит төшкә керә.

Күңелдә йыр, шиғыр тыуа,
Ҡарамайса ҡартлыҡҡа.
Тормоштан артта ҡалмаҫҡа
Яҙылайыҡ «Йәшлек»кә!

Ямал БАЙТУҒАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға