НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Оялыштан яҙылдым…”
Гәзиткә яҙылыу // 24-05-2013, 11:51


Редакция ниндәй генә йөкмәткеле хаттар алмай. Күбеһендә, әлбиттә, үтенестәр менән бер рәттән, рәхмәт һүҙҙәре лә бар. “Йәшлек” – халыҡ араһында ярайһы билдәле гәзит. Әммә йә “Ленинсы” бөткән осорҙан баҫма тураһында ишетмәгән, йә ситтән яңыраҡ күсеп ҡайтып, гәзитебеҙҙе тәүгә күреп торған замандаштар ҙа бар. Ошо көндәрҙә Дәүләкән районынан бер хат алдыҡ....

Гәзит-журналһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә
Гәзиткә яҙылыу // 21-05-2013, 12:59


Әле ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоро. Беҙҙең Бөрйән районының Мәһәҙей ауылы мәктәбе коллективы йыл да был кампанияға ихлас ҡушыла. Район гәзитенә, республика, Рәсәй матбуғатына быйыл да бик әүҙем яҙылалар.
Районыбыҙ көҙгөһө «Таң», республика баҫмаларынан «Башҡор­тостан», «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәрен, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Аманат» һәм башҡаларын да яратып алдырып уҡыйҙар....

Онотмаҫһың, дуҫым, ышанам…
Гәзиткә яҙылыу // 17-05-2013, 12:31


Ҡыҙыҡ ҡына бер төш күрелде. Имеш тә, ике бала талаша. Һе, ниндәй ҡыҙығы булыр бының, тимәй тороғоҙ. Балалар бөгөн нисегерәк бәхәсләшә? “Ә минең велик текә”, ”Миндә айфон бар”, ”Беҙҙең машина һеҙҙекенән…” һ.б., һ.б. Бындайҙар ялҡытып та бөткән, бер төрлө. Баяғы төштә бит бөтөнләй икенсе булды. Балалар әрепләште-әрепләште лә, береһенең: ”Ә беҙҙә “Йәшлек” гәзите бар!” − тигән һөйләме менән бәхәс шып туҡтаны. Икенсе бала аптырап ҡалды, күҙҙәре ҙурайҙы. “Ул беҙҙә лә буласаҡ!” – тине лә йүгерҙе өйө янына. Атаһы менән әсәһе, балаҡайҙың еңелгәнен күреп, почтаға “һыпыртты”.
Шәп төш бит, ә!...

«Йәшлек»-фараз» конкурсы дауам итә
Гәзиткә яҙылыу // 17-05-2013, 12:23


Гәзиткә аҡсаңды йәлләмә, бүләкле булырһың!
«Йәшлек»-фараз» конкурсы дауам итә
Күҙең ҡыҙмаҫ ерҙән ҡыҙығыр. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, бәхетегеҙҙе һынап ҡарарға ашығығыҙ. «Йәшлек» гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар һанын дөрөҫ билдәләүселәрҙе матур бүләктәр көтә. Электр ит турағысы, һыу насосы, электр сепараты, машина саң һурҙырғысы, самауыр, блендерлы булырға теләһәгеҙ, тиҙ генә почта бүлексәһенә барып, беҙҙең гәзиткә яҙылығыҙ ҙа, түбәндәге купонды һалып ебәрегеҙ.
Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарына приз­дар­ҙы РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов әҙерләне.
Гәзитебеҙҙең индексы – 80148....

Аң-белем даирәгеҙ киңәйеп тә китер… яҙылһағыҙ
Гәзиткә яҙылыу // 7-05-2013, 11:57


“Был бит иҫ киткес!” – тип һоҡлана икән берәү. ”Нимә?” – тип аптырай эргәһендә торған икенсеһе. ”Һуң, бынау гәзиттә баҫыл­ған мәғлүмәт!” – тип тел шартлатыуын дауам итә тәүгеһе. Ә тегеһе аңламай ҙа аңламай, сөнки ул күптән инде матбуғат баҫмаларын ҡулына тотҡаны юҡ һәм радио-телевидениенан ишеткәне лә ҡолағынан инеп-сығып ҡына китә. Гәзит тотҡаны иһә ваҡыты-ваҡыты менән ана шул, иҫ киткес тигән мәғлүмәтте ҡабат-ҡабат уҡый ала. Кем әйтмешләй, хәтер төйөнөн яңырта, белем даирәһен киңәйтә. Ниңә насармы ни?!...

Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа
Гәзиткә яҙылыу // 30-04-2013, 12:06


Республика һәм федераль гәзиттәр вәкилдәре Иглин районының Үктәй ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауыл халҡы менән осрашыуҙа ҡатнашты
Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа
Билдәле булыуынса, йыл да апрель – май һәм ноябрь – декабрь айҙарында гәзит-журналға яҙылыу кампанияһы иғлан ителә. Әлеге ваҡытта халыҡ заманса юғары тиҙлекле интернет, телевидениеға өҫтөнлөк биреп, ваҡытлы матбуғат­ҡа яҙылыуҙы аҙаҡҡа ҡалдыра. Уйлап ҡараһаң, бөтә мәғлүмәтте заман технологиялары ярҙамында алып бөтөп булмай. Кешегә барыбер рухи аҙыҡ кәрәк. Бигерәк тә ауылда виртуаль донъянан ситтә булған инәй-бабайҙарыбыҙ, ул ғына ла түгел, йәштәрҙең күбеһе мәғлүмәтте ваҡытлы матбуғаттан ала. Шуға ла күптәрҙә интернет булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журнал байҡарға теләп, уларға яҙыла....

Гәзит тә уҡырһығыҙ, бүләк тә оторһоғоҙ!
Гәзиткә яҙылыу // 26-04-2013, 12:27


Өлкәнәйһәк тә, «Йәшлек»тән айырыла алмайбыҙ, бик яратып уҡып барабыҙ. Рәхәтләнеп уҡыйбыҙ, тиһәк, ҡайһы берәүҙәр аптырап ҡала, йәнәһе, гәзит йәштәр өсөн генә. Һис тә улай түгел. «Йәшлек» – универсаль баҫма. Уның биттәрендә һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте таба ала – йәше лә, ҡарты ла.
Беҙ хатта тәүге ярты йыллыҡта килендәребеҙгә лә «Йәшлек»кә подписка бүләк иттек....

Милли баҫмаларға яҙылыу ҙа халҡыңа хеҙмәт итеү ул...
Гәзиткә яҙылыу // 26-04-2013, 12:26


2013 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәшлек”кә яҙыл­ғандар аҙнаға бер тапҡыр бөгөнгө кеүек 24 битлек гәзит аласаҡ. Оҡшаймы?
Бөгөн күп кеше рухи ҡиммәттәрҙән матди байлыҡты өҫтөн ҡуя. Эйе, байлыҡ-муллыҡ шәп нәмә инде ул. Әммә әйләнә-тирәгеҙҙә йәнһеҙ гәлсәрҙәр, аҫылташтар, ультразаманса йыһаз, көн һайын “ҡара тишек”кә киткән кеүек аҡса һурған автомобиль генә булһа, донъя барыбер ҙә күңел­һеҙ тойолор ине....

Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ
Гәзиткә яҙылыу // 23-04-2013, 12:03


Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡМөғжизәлерәк бер риүәйәттән башлайыҡ әле һүҙҙе.
Бер ваҡыт өс туған юлда китеп барғанда ҡоҙоҡ эсендә ултырған Уңышты осраталар. Аптырағандар, әлбиттә, әммә уның янынан нисек буш ҡына үтмәк кәрәк! Шунан оло ағай килеп, Уңыштан аҡса һораған. Йомарт уңыш ярҙам итмәй буламы! Биреп ебәргән егеткә һораған байлығын. Икенсеһенә матур кәләш кәрәк икән, ул да теләгәнен алып, ҡыуана-ҡыуана ары киткән. Сират өсөнсө туғанға – иң йәш егеткә еткән....

“Йәшлек”тән айырылмағыҙ, дуҫтар!
Гәзиткә яҙылыу // 19-04-2013, 10:48


– Ҡара әле, һин “Йәшлек” гәзите менән танышһыңмы?
– Әлбиттә! “Йәшлек” – донъяла, илдә һәм төбәктә барған ваҡиғаларға, йәмғиәт тормошона үҙ ҡараш-фекере, үҙ ҡиблаһы, үҙ уҡыусыһы булған һәм аяғында ныҡ баҫып торған гәзит. Тәү сиратта милли бурыстарҙы үтәргә ын­тыл­ған баҫма йәштәрҙеке генә түгел, уны ғаиләләр, ауыл халҡы бик яратып уҡый. Интернет менән дуҫ булған, әммә гәзитте ҡулына тотоп та ҡарамағандар өсөн гәзиттең сайты эшләй. “Йәш­лек”тең сайтында меңәрләгән кеше даими ҡунағыбыҙға әйләнгән, шул иҫәптән сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә.
– Шулай итеп, “Йәшлек”кә яҙылыу һиңә нимә бирә?...


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Йондоҙнамә (21-27 май)



  • Радио Юлдаш FM