НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Гәзит беҙгә һауа кеүек кәрәк
Гәзиткә яҙылыу // 23-08-2011, 13:02


Көтөп алған «Йәшлек» гәзите рухи ихтыяжымды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә
Һүҙҙе шунан башлайым әле. Йәштәр баҫмаһында кроссвордҡа дөрөҫ яуап тапҡаным өсөн «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов миңә ҙур бүләк ебәргән. Бүләк кенә түгел ул, аңлаған кешегә оло хазина – беҙ үҫкәндә «халыҡ дошманы, «Тыуған илен һатҡан» тип йөрөтөлгән Зәки Вәлиди тураһындағы фильм. Ғорурланыр кешебеҙ була тороп, беҙ уның тураһында икенсерәк фекерҙә булғанбыҙ. Ә бына фильм күңелдә мәңге онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Икенсе ҙур бүләк – тарихи китаптар. Шулай итеп, шәхси китапханама бай йөкмәткеле китаптар өҫтәлде. Автографлы «күңел йылыһы»н тойоп, рәхмәт уҡып, шатланып ултырам....

Дуҫлыҡ һынала торған мәл
Гәзиткә яҙылыу // 18-06-2011, 16:07


«Йәшлек»тең дуҫтары тотош республикаға һибелгән инде ул. Ҡайһы ғына тарафҡа өндәшһәк тә яуап алыу мөмкинлегенә эйәбеҙ, рәхмәт төшкөрө! Гәзитебеҙгә оҙаҡ йылдар тоғро ҡалғандар ҙа, дуҫтарыбыҙ сафына яңыраҡ килеп ҡушылғандар ҙа байтаҡ. Бына, туғандар, әле бәйләнеште тағы ла нығытыу, тоғролоҡто һынау осоро. Ул тамамланыуға табан бара. Баҫмаға яҙылыу ваҡытын әйтәбеҙ: подписканың һуңғы аҙнаһы, донъя мәшәҡәттәренә сумып, «Йәшлек»кә яҙылырға онотманығыҙмы?...

Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдылар
Гәзиткә яҙылыу // 24-05-2011, 09:45


Ошо көндәрҙә Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо
Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдыларҮҙәк майҙанда матбуғат баҫмалары биләгән өҫтәлдәр халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бында нимә һаталар, тигән кеүек, былай ғына килеп ҡыҙыҡһынып китеүселәр ҙә булды, гәзит-журналдарға яҙылыусылар ҙа. Район гәзитендә алдан бирелгән иғлан буйынса көнөн белеп, махсус рәүештә гәзит-журналдарға яҙылырға килгән кешеләр ҙә бар ине. Почта хеҙмәткәр­ҙәренең: «Әйҙәгеҙ, гәзиткә яҙылығыҙ», – тигән тәҡдименә: «Күптән яҙылдым бит инде», – тигән яуаптарҙы ишетеү бигерәк күңелле, был иһә почтальондарҙың да тырышыуын күрһәтә....

«Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Гәзиткә яҙылыу // 24-05-2011, 09:41


Һөйөнөслө хәбәр еткерергә ашығабыҙ. «Йәшлек» гәзитенең шишәмбе, шәмбе һандарын 80148 индексы буйынса тәүге ярты йыллыҡта 371 һум 22 тингә алдырып уҡыған уҡыусыларыбыҙ өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар – икенсе ярты йыл­лыҡта баҫмаға 351 һум 72 тингә яҙылырға мөмкин. Был 16414 индексы буйынса гәзиттең шәмбе һанын ғына алдырып уҡыусыларға ла ҡағыла. Тәүге ярты йылда шәмбелә сыҡҡан гәзит 302 һум 16 тин торһа, хәҙер ул – 294 һум 18 тин. Был ойошмаларға ла ҡағыла, улар­ға ла гәзиткә яҙылыу хаҡы арзанайҙы. Тимәк, йәһәтләп «Йәшлек»кә яҙылһа­ғыҙ, һеҙ ҙә отасаҡһығыҙ, беҙ ҙә һөйөнәсәкбеҙ!

Артабан да бергә булайыҡ! ...

371 һум 22 тин түгел, арзаныраҡ – 351 һум 72 тин! «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Гәзиткә яҙылыу // 21-05-2011, 09:48


371 һум 22 тин түгел, арзаныраҡ – 351 һум 72 тин! «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!Һөйөнөслө хәбәр еткерергә ашығабыҙ. «Йәшлек» гәзитенең шишәмбе, шәмбе һандарын 80148 индексы буйынса тәүге ярты йыллыҡта 371 һум 22 тингә алдырып уҡыған уҡыусыларыбыҙ өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ бар – икенсе ярты йыллыҡта баҫманы 351 һум 72 тингә яҙҙырырға мөмкин. Был 16414 индексы буйынса гәзиттең шәмбе һанын ғына алдырып уҡыусыларға ла ҡағыла. Тәүге ярты йылда шәмбелә сыҡҡан гәзит 302 һум 16 тин торһа, хәҙер ул – 294 һум 18 тин. Был ойошмаларға ла ҡағыла, уларға ла гәзиткә яҙылыу хаҡы арзанайҙы. Тимәк, йәһәтләп «Йәшлек»кә яҙылһағыҙ, һеҙ ҙә отасаҡһығыҙ, беҙ ҙә һөйөнәсәкбеҙ!

Артабан да бергә булайыҡ!...

МӘЛӘҮЕЗДӘ БАЙРАМ БУЛДЫ, КҮҢЕЛДӘРГӘ ӨМӨТ ТУЛДЫ
Гәзиткә яҙылыу // 14-05-2011, 12:32


МӘЛӘҮЕЗДӘ БАЙРАМ БУЛДЫ, КҮҢЕЛДӘРГӘ ӨМӨТ ТУЛДЫКесе йомала Мәләүездең ҡала мәҙәниәт һарайында Матбуғат байрамы үтте. Был матур сараны Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре менән икенсе йыл уңышлы эшләп килгән “Матбуғат-сервис” ойошмаһы бергәләп ойошторҙо. Байрамға республикабыҙҙа башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистары, ҡала йәмәғәтселеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар саҡырылды....

Башҡортостан баҫмалары – сифатлы матбуғат
Гәзиткә яҙылыу // 30-04-2011, 17:07


Башҡортостанда сыҡҡан 18 баҫма «Матбуғаттың алтын фонды – 2011» («Золотой фонд прессы») билдәһе менән бүләкләнде. Бүләкләү тантанаһы Мәс­кәүҙә «Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уның үҫеш перспективалары» тигән эшлекле форум сигендә үтте. Бында үҙәк, төбәк киң мәғлүмәт саралары, дәүләт власы органдары, ил субъекттары департаменттары вәкилдәре ҡатнашты....

Яҙылығыҙ, отолмаҫһығыҙ
Гәзиткә яҙылыу // 26-03-2011, 16:03


Һумдың ҡәҙерен тин арттыра, шуға ла аҡсаны самалап тотоу – бик аҡыллы күренеш. «Йәшлек» гәзитенә лә 31 мартҡа тиклем арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙҙың беренсе айы бөткәнгә тиклем 371 һум 22 тингә яҙылып була. Тимәк, «Йәшлек» гәзитенең хаҡы беренсе ярты йыллыҡтыҡы кеүек тороп ҡала. Индексыбыҙ – 80148. Апрель башланыу менән бөтә гәзит-журналдарға ла, шул иҫәптән һеҙ яратҡан йәштәр баҫмаһына ла яҙылыу хаҡы артып китәсәк.
Шулай булғас, ошо аҙна-ун көн эсендә почта бүлексәһенә барып, «Йәшлек»кә икенсе ярты йыллыҡҡа квитанцияғыҙҙы тултыра һалығыҙ!
...

Йәштәр гәзит уҡымай, тиһәләр ҙә...
Гәзиткә яҙылыу // 26-03-2011, 15:54


Йәштәрҙең гәзит-журнал уҡымауы, балаларҙың әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынмауы, ә бар ваҡыттарын телевизор һәм компьютер артында ғына уҙғарыуы бөгөн күптәрҙе борсоуға һалған проблемаларҙың береһенә әүерелде. Китап, ваҡытлы матбуғат аша барлыҡ һорауҙарға яуап табырға өйрәнгән, зиһенен байытҡан, әхлаҡи тәрбиә алған быуын, әлбиттә, китап уҡымаған йәштәрҙең киләсәген күҙ алдына килтерә алмай. Шулай ҙа бөтә йәштәрҙе лә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Улар араһында ла бар китап ене ҡағылғандар һәм балалар һәм йәштәр баҫмаһын даими алдырып уҡып барыусылар. Быны гәзит-журналдарға яҙылыу барышында гәзитебеҙҙә ойошторолоп килгән «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» конкурсының һөҙөмтәләре лә күрһәтә....

31 мартҡа тиклем арзаныраҡ хаҡҡа «Йәшлек»кә яҙылығыҙ!
Гәзиткә яҙылыу // 22-03-2011, 11:26


Һумдың ҡәҙерен тин арттыра, шуға ла аҡсаны самалап тотоу – бик аҡыллы күренеш. «Йәшлек» гәзитенә лә 31 мартҡа тиклем арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙҙың беренсе айы бөткәнгә тиклем 371 һум 22 тингә яҙылып була. Тимәк, «Йәшлек» гәзитенең хаҡы беренсе ярты йыллыҡтыҡы кеүек тороп ҡала. Индексыбыҙ – 80148. Апрель башланыу менән бөтә гәзит-журналдарға ла, шул иҫәптән һеҙ яратҡан йәштәр баҫмаһына ла яҙылыу хаҡы артып китәсәк.
Шулай булғас, ошо аҙна-ун көн эсендә почта бүлексәһенә барып, «Йәшлек»кә икенсе ярты йыллыҡҡа квитанцияғыҙҙы тултыра һалығыҙ!...


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Күрше, ҡас, мин – салют! (булған хәл)



  • Радио Юлдаш FM