RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Гәзитле лә булдылар, бүләктәр ҙә оттолар

07.02.2014 Гәзитле лә булдылар, бүләктәр ҙә оттолар

«Йәшлек»-фараз» конкурсының төп бүләгенә Әбйәлилдә йәшәүсе дуҫыбыҙ лайыҡ булды
Һеҙҙең тоғролоғоғоҙ менән көслөбөҙ, байбыҙ, дуҫтар. Әлеге ярты йыллыҡта ла тиражыбыҙҙа тотороҡлоҡ һаҡланды, ғинуар айында беҙҙе республикала, сит өлкәләрҙә 12882 кеше алдырып уҡыны (февралдә иһә тиражыбыҙ тағы ла артып, 13 мең рубежын уҙып китте). Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың хаттарынан күренеүенсә, интернет көндән-көн тормошобоҙға ны­ғыраҡ үтеп ингән һайын халыҡ барыбер ташҡа баҫылған матбуғат баҫмаларының һүҙенә ышана, улар йөҙөндә рухи аҙыҡ сығанағын күрә.

Үҙебеҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында «Йәш­лек»кә күпме кеше яҙыласағын фаразлаған «Йәшлек»-фараз» конкурсы ла уның популяр булыуын күр­һәтте. 500-гә яҡын фараз-хат алдыҡ. «Миңә 76 йәш. Беҙгә, оло йәштәгеләргә, бигерәк тә дин, әхлаҡ темаларына яҙылған мәҡәләләр оҡшай. Башҡалар ҙа һеҙҙең гәзиткә яҙылһа, һис тә үкенмәҫтәр. «Йәшлек» – рухи шишмә ул», – тип яҙа Салауат районының Арҡауыл ауылынан Райга Нуриева.
«Оло йәштә булһам да, бер ҡасан да гәзит-журналға яҙылмай ҡалғаным юҡ. «Йәшлек»те йыл да алдырам, һәр битен ентекләп уҡып сығам. Биҙәлеше лә матур, йөкмәткеһе лә бай. «Йәшлек»те уҡып, йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡандай бу­лам. Быйыл тәүге тапҡыр «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашырға булдым әле», – тип баҫмабыҙ хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаша Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Зәлифә Исҡужина.
Ә бына Белорет районының Сосновка ауылынан Гөлназ Аҫылбаева гәзитебеҙҙе бер нисә йыл алдырмай торғандан һуң быйыл яңынан яҙылған икән. «Почтальон, хәҙер «Йәшлек» аҙнаһына бер генә сыға, тигәс, аҡсамды әрәм иттем, тип бер ни тиклем үкенеп йөрөнөм әле. Хәҙер үкенмәйем, рәхәтләнеп уҡыйым, баҫмағыҙ ҡыҙыҡлы сыға. Бер ҡасан да «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашҡаным юҡ ине. Фараздарым тура килмәһә лә, үҙемде һынап ҡарайым», – тигән ул.
Балаҡатайҙан Ғәлимйән Ханов, фараз уйынында йыл да ҡатнашһам да, бер нәмә лә ота алғаным юҡ, тип беҙгә ҡарата дәғүәһен белдерә. «Таныштарығыҙға приз бирәһегеҙ ҙә, беҙҙең кеүек крәҫтиән халҡы мыйығын ғына һыйпап ҡала», – тип үпкәләп яҙа. Яңылышаһығыҙ, Ғәлимйән олатай. Ошоғаса төп бүләктәребеҙ гелән йылдар буйына «Йәшлек»кә тоғро ҡалған уҡыусыларыбыҙға, ғүмер буйы колхозда йәки совхозда эшләүсе ябай ауыл кешеһенә эләгеп килде. Быйылғы бүләктәр ҙә лайыҡлы кешеләргә эләккәндер, тип уйлайбыҙ. Еңеүселәр сафында – түбәндәге уҡыусыларыбыҙ. Билдәле булыуынса, уларға бүләкте бағыусыбыҙ – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов әҙерләне.
Төп приз тиражыбыҙҙы 6 һанға ғына түбән итеп фаразлаусы Ансар Ғәлинға (Әб­йәлил районының Ишбулды ауылынан) тапшырыла. Ул электр ит үткәргесе менән бүләкләнә.
Унан аҙ ғына ҡалышып фаразлаусы – Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Сулпан Сәлиховаға бағыусыбыҙ «Хазина – тур» операторы Ҡазан ҡалаһына путевка һәм кеҫә телефоны тапшырасаҡ.
Бер нисә һанға ғына яңылышып фараз ҡылыусылар – Белорет райо­нының Сосновка ауылынан Гөлназ Аҫылбаева­ны редакцияла бүләккә һыу насосы,
Бөрйән районының Әбдел­мәм­­бәт ауылынан Әлфиә Зәйнулли­наны электр фены,
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Зәлифә Исҡужи­наны электр сәйнүге;
Хәйбулла районының Аҡ­назар ауылынан Әлифә Юла­ма­нованы электр үтеге,
Ейәнсура районының Абзан ауылынан Земфира Аслаеваны һут һыҡҡыс көтә.
Конкурста ҡатнашып, 12 мең тиражды яҙып ебәреүселәргә иҫтәлеккә китаптар ебәреләсәк.

Мөхәрририәт.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра