НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Дуҫлыҡ ептәрен нығытып

Дуҫлыҡ ептәрен нығытып


Илеш районының Базытамаҡ урта мәктәбендә туғыҙ ауылдан йыйылған алты милләт балаһы белем ала. Төрлө милләт балалары уҡыһа ла, бында уларҙың һәр береһе матур итеп башҡорт телендә аралаша.
Шуға ла милли матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәлендә уҙғарылған республика балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығында уҡыусыларҙың барыһы ла тиерлек башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға өҫтөнлөк бирә. Ә инде был мәктәптең «Йәшлек» менән дуҫлығы «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеүсе булғас тағы ла нығыны. Нәҡ бына ошо дуҫлығыбыҙ этәргес булды ла инде йәштәр баҫмаһынан килгән ҡунаҡтар менән бергә уҙған матур осрашыуға. Мәктәп коллективы «Йәшлек» гәзите хәбәрселәрен, танылған шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаны, район мәғариф бүлегенән килгән ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланы. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа сараға етди әҙерләнгән.
Уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатын ҡуйған был осрашыу айырыу­са йәнле үтте. Гәзиттең әҙәбиәт бүлеге мөдире Мөнир Ҡунафин үҙ сығышында «Йәшлек»тең тарихына байҡау яһаны, конкурстар, рубрикалар тураһында һөйләне, балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә инде «Йәншишмә» гәзитенең журналисы, билдәле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның илһамландырғыс шиғырҙары, ҡыҙыҡлы сығышы сараға тағы ла күркәмлек өҫтәне. Уҡыусыларыбыҙҙа байтаҡ ҡына һорауҙар ҙа йы­йылғайны. Уларҙың һәр береһенә ихлас яуап алдылар, ниндәйерәк рубрикаларға өҫтөнлөк биреүҙәрен, теләктәрен еткерҙеләр.
Осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты. Бындай дуҫтарса үткән йылы осрашыуҙар һуңғыһы түгелдер, тип ышанғы килә. Гәзитебеҙҙең асылын аңлаған дуҫтарыбыҙ, әлбиттә, киләсәктә тағы ла артыр.
Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.

Сығыу ваҡыты 16-11-2010, 09:57 | Ҡаранылар: 1342
|
  • “Йәшлек” ҡалыная
  • Киленем «Йәшлек» алдыра, тип маҡтанырлыҡ булһын!
  • Имеш-мимеш һөйләгәнсе, «Йәшлек»кә яҙылығыҙ!
  • Йәштәр гәзит уҡымай, тиһәләр ҙә...
  • «Йәшлек» эликсиры
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM