НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа

Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа


Республика һәм федераль гәзиттәр вәкилдәре Иглин районының Үктәй ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауыл халҡы менән осрашыуҙа ҡатнашты
Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа
Билдәле булыуынса, йыл да апрель – май һәм ноябрь – декабрь айҙарында гәзит-журналға яҙылыу кампанияһы иғлан ителә. Әлеге ваҡытта халыҡ заманса юғары тиҙлекле интернет, телевидениеға өҫтөнлөк биреп, ваҡытлы матбуғат­ҡа яҙылыуҙы аҙаҡҡа ҡалдыра. Уйлап ҡараһаң, бөтә мәғлүмәтте заман технологиялары ярҙамында алып бөтөп булмай. Кешегә барыбер рухи аҙыҡ кәрәк. Бигерәк тә ауылда виртуаль донъянан ситтә булған инәй-бабайҙарыбыҙ, ул ғына ла түгел, йәштәрҙең күбеһе мәғлүмәтте ваҡытлы матбуғаттан ала. Шуға ла күптәрҙә интернет булыуға ҡарамаҫтан, гәзит-журнал байҡарға теләп, уларға яҙыла.
Ошо проблеманы күтәреп, Иглин ауылында «Гәзит-журналға яҙылыусы көнө» үткәрелде. Уны «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт учреждениеһының Иглин бүлексәһе ойошторҙо.
Был көндө шулай уҡ Үктәй, Меңйетәр һәм Һарт-Лабау ауылдары халҡы менән йәнле осрашыу булды. Унда «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт учреждениеһы, республика һәм район гәзиттәре вәкилдәре ҡатнашты.
Ижади сәфәрҙе биләмә башлығы Илһам Имаев менән әңгәмәләшеүҙән башланыҡ.
– Үктәй биләмәһенә биш ауыл – Үктәй, Меңйетәр, Һарт-Лабау, Келәш һәм Иҫке Ҡарашиҙе инә. Уларҙа йәмғеһе 1600-ға яҡын кеше йәшәй, күпселеген башҡорттар тәшкил итә, – тип белдерҙе ул.
Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа – Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә килгәндә, таш эшкәртеү менән шөғөлләнгән «Тәбиғәт ташы» (етәксеһе А.Чернигин) предприятиеһын, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһынан «Әсәҙуллин» КФХ-һын, «Харрасов» йәшелсәселек шәхси предприятиеһын билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ шәхси хужалыҡтар ҙа бар.
Биләмәлә төрлө сараларҙы үткәреүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш гвардияһы»ның беренсел ойошмаһы ағзалары ҙур ярҙам итә. Инициативалы йәштәр халыҡты йәлеп итеп, уны урынынан ҡуҙғатыу өсөн бар көсөн һала. Спорт ярыштары бик популяр. Мәҫәлән, 2012 йылда үткәрелгән саңғыла уҙышыу биләмә халҡына ныҡ оҡшаған. Быйыл ҡыш ошондай спорт байрамдары ай һайын үткәрелде. Урындағы эшҡыуарҙар Әнәс Сәғиров, Рафаиль Әсәҙуллин, Аркадий Юзапчук, Тәнзилә Юндина, Алена Тазетдинова даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Беҙ республикала иғлан ителгән «Айыҡ ауыл» акцияһынан да ситтә ҡалманыҡ. Биләмәләге халыҡ уны дәррәү күтәрҙе. Әлеге ваҡытҡа айыҡ тормош яҡлы бер нисә сара үткәрелде лә инде. Май байрамдарында «Айыҡлыҡ – йәшәү нормаһы» девизы аҫтында биләмә ауылдары халҡы менән йүгереү марафоны ойоштороласаҡ.
«Гәзит-журналдарға яҙылыусы көнө» бында тәүге тапҡыр уҙғарыла. Халыҡты район һәм республика матбуғат баҫмаларына ылыҡтырыу маҡсатында сарала журналистар менән аралашыу, проблемалар хаҡында һөйләшеү буласаҡ.
Осрашыу Үктәй ауылында башланды. Тәүҙә Иглин почтамты начальнигы Ильяс Аҡбашев сығыш яһаны:
– Иглин почтамты Иглин һәм Нуриман райондарын хеҙмәтләндерә. Барлығы 33 почта бүлексәһе бар. Предприятиеның иң етди проблемаһы – ваҡытлы матбуғатты уҡыу­сыларға ваҡытында еткереүҙә. Почта таратыусылар етешмәй, эш хаҡы ла аҙ түләнә. Өҫтәүенә, оптималләштереү барышында алып барыу маршруттары оҙонайҙы. Көндәр торошо насарайған мәлдәрҙә лә эш ауырлаша. Транспорт бәйләнешендә лә өҙөклөктәр бар. Беҙ был проблемалар хаҡында беләбеҙ, уларҙы бөтөрөү буйынса эшләйбеҙ.
Федераль почта хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат таратыу бүлеге етәксеһе Елена Дробышевская иһә гәзит-журналдарға яҙылыуҙың мөһимлеге, бының «Рәсәй почтаһы»ның артабанғы эшенә бәйле булыуы хаҡында һөйләне. Почта таратыусылар эшендәге төп өҙөклөктәрҙең береһе – адресаттар­ҙың йорто янына үтеп булмау, тине ул.
Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа Эйе, тап ваҡытлы матбуғат аша яңылыҡтар­ҙы белеү, төрлө мәғлүмәт менән танышыу фекерләү ҡеүәһен арттыра, аҡылды үҫтерә. Балалар уҡып үҫһә, айырыуса файҙалы. Почта бәйләнешен яйға һалыу өсөн икенсе юлдарҙы ла эҙләргә кәрәк. Илһам Фаил улы осрашыу барышында ауылдарға абонент йәшниктәре ҡуйыуҙың өҫтөнлөгөн аңлатты. Ул шулай уҡ, проблемаларҙы бар яҡтан да өйрәнеп, уларҙы бергәләп хәл итергә кәрәклеген белдерҙе.
Артабан «Йәшлек» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Вадим Хәбиров сығыш яһаны. Ул баҫманың тарихы, хәбәрселәр, улар яҡтыртҡан темалар, рубрикалар, гәзиттең нисек итеп «Дежур телефон» аша уҡыусыларҙын төрлө проблемаларын хәл итергә ярҙам итеүе тураһында бәйән итте.
«Башҡортостан» гәзитенең матбуғатты таратыу бүлеге мөдире Минзилә Ғабдрахманова ла үҙ баҫмаһы менән таныштырҙы. Ул үктәйҙәрҙең «Айыҡ ауыл» акцияһына ҡушылыуын хупланы. Уның: «Әгәр ҙә акцияға ҡушылыуығыҙ хаҡында гәзит биттәрендә мәҡәлә баҫылһа, һеҙгә айыҡ тормошта, өлгөлө итеп йәшәргә тура киләсәк», – тигән һүҙҙәрен тамашасылар дәррәү күтәрҙе.
Элекке мәктәп директоры, хәҙер хаҡлы ялдағы Наил Гәрәев, заманында халыҡтың гәзит-журналды күп алдырыуын, хәҙер күптәр­ҙең яҙылмауын һәм шуға ла балалар­ҙың етерлек кимәлдә белем алып үҫмәүен әсенеп һөйләне.
Осрашыуҙа «Йәшлек» гәзитенә арнап үткәрелгән викториналаРәзилә Әхмәҙуллина менән Рәмилә Сәйетова еңеү яуланы. Унан һуң ауыл биләмәһе һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш гвардияһы»һының беренсел ойошмаһы активистары лотерея уҙғарҙы. Әйткәндәй, ул һәр ауылда ла ойошторолдо.
Һарт-Лабау ауылындағы осрашыуға халыҡ күберәк килгәйне. Илһам Фаил улы был ауылда магазин йәки икенсе урында абонент йәшниге ҡуйып, уның аша гәзит-журналдарҙы таратыу мәсьәләһе хәл ителәсәген белдерҙе.
Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа Район почтамтына дәғүәләр күп булды. Хаҡлы ялдағы инәй­ҙәр, «Йәшлек» гәзитен ярты йыл алдырмағайныҡ, ҡыйын булды, ләкин почта таратыусы йөрөмәгәс, яҙыла ла алмайбыҙ, тип зарланды. Шуға күрә лә бында һәм башҡа ауылдар­ҙа ла айырым почта йөрөтөүсенең кәрәклеге көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Бында беҙҙең гәзит конкурсында Гөлсирә Хужина еңде.
Меңйетәр ауылындағы осрашыу ҙа ойошҡанлы барҙы. Почта бәйләнеше, гәзит редакциялары вәкилдәренең сығышынан һуң ауыл мәсетенең мәхәллә вәкиле Фаил олатай Имаев бик фәһемле сығыш яһаны. Уның, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе, дингә йәлеп итеүҙең кәрәклеген әйтеп, яҡшы тормошҡа өндәү һүҙен барыһы ла диҡҡәт менән тыңланы.
Викторина барышында Алина һәм Айгөл Ғәлимовалар «Йәшлек»тең приздарына лайыҡ булды.
Халыҡҡа күптән яңыса йәшәргә өйрәнергә ваҡыт. Хатта осрашыу барышында: «Элек беҙгә гәзиттәрҙе предприятие-ойошмаларҙан тарата торғайнылар», – тиеүселәр осраны. Ләкин ул заман үтте, яңыға күсергә ваҡыт. Үҙенең биләмәһендәге халыҡты уҡырға өндәгән, йәмәғәт эштәренә йәлеп итеп урынынан ҡуҙғатырға теләгән Илһам Фаил улы Имаев һымаҡ дәртле етәкселәр булғанда, быны эшләүе артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ.
Рухи аҙыҡ кәрәк халыҡҡа
Айгөл ҒӘЛИМОВА, мәктәп директоры:
– «Йәшлек» гәзитен күптән алдырабыҙ, студент саҡтан һанағанда, 25 йылдан ашыу. Ғаиләбеҙ менән энәһенән-ебенә тиклем уҡып сығабыҙ. Төрлө мәҡәләләр, хикәйәләр шул тиклем матур сыға, кроссвордтар сисеп күңелле ял итәбеҙ. Гәзит белем кимәлен арттырырға ярҙам итә, шуға ла уны мәктәптә лә алдырабыҙ, уҡытыусылар коллективы ла тулыһынса яҙылған.

Рәүилә НИЗАМЕТДИНОВА, уҡытыусы:
– «Йәшлек»те яратып уҡыйбыҙ, үҙебеҙҙең эштә лә ҡулланабыҙ. Әйтелгәндәргә ҡушылам, бындай осрашыуҙарҙың файҙалы бик матур сараға әүерелеренә ышанам.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай Кәримов фотолары.

Сығыу ваҡыты 30-04-2013, 12:06 | Ҡаранылар: 671
|
  • Әгәр гәзит килмәһә…
  • ӘГӘР «ЙӘШЛЕК» КИЛМӘҺӘ…
  • Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башлана
  • Гәзит аҙнаға бер тапҡыр сығасаҡ, тип борсолмағыҙ
  • Ун көн тиҙ үтә, ашығығыҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM