RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киленем «Йәшлек» алдыра, тип маҡтанырлыҡ булһын!

15.06.2012 Киленем «Йәшлек» алдыра, тип маҡтанырлыҡ булһын!

Матбуғатҡа яҙылыу осоро беҙҙең өсөн иң ҡыҙыу мәл: халыҡ баҡса утай, бәпкә көтә, ә беҙ, журналистар, телде арҡыры тешләп, республиканы арҡырыһы-буйына үлсәгәндәй зыҡ ҡубабыҙ – эшкә әүрәп, мәшәҡәткә күмелеп, йылдың икенсе яртыһына баҫмаларға яҙылырға онотоп ҡуймаһындар, тип өгөт, агитация менән мас булабыҙ. Һуңғы арала, мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты инициативаһы менән башҡорт баҫмалары вәкилдәренән торған тотош бер десант булып райондарға барып төшә башланыҡ. һауанан парашютта осоп түгел, әлбиттә, ерҙән машиналарҙа елдереп йөрөйбөҙ. Әммә үҙебеҙҙе һәләк ҡанатлы итеп тоябыҙ, сөнки, ҡайҙа барһаҡ та, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алалар, яҙылырбыҙ, тип вәғәҙә биреп оҙатып ҡалалар (һәр хәлдә, арттан көл һибеп ҡалыусы юҡ, тағы килегеҙ, көтәбеҙ, тиҙәр). Яҙылырбыҙ, тигән һүҙ тылсымлы май кеүек яғыла күңелгә.
Әбйәлилдә, Архангелда халыҡ менән осрашҡандан һуң, ҡәләмле-блокнотлы «десант» Белоретҡа ла барып етте. Тәүге осрашыу өлкән райондың иң ҙур ауылдарының береһе − Инйәрҙә ойошторолдо. Күркәм мәҙәниәт йорто шығырым тулы халыҡтыр әле, тип тулҡынландыҡ. Бөтәһе лә, эшен ташлап, беҙҙең менән бушлай осрашыуға елеп килгәндер, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә зар-интизар булып, урын өсөн талашаларҙыр, тип тәғәйенләнгән ваҡытҡа ашыҡтыҡ. Әммә өмөтөбөҙ, үкенескә күрә, аҡланманы – йыйылыусылар һаны биш тиҫтәгә лә тулмағайны. Ләкин, бары менән байрам, тигәндәй, булғанға шөкөр итеп, осрашыуҙы дан ғына үткәреп ебәрҙек (кем осрашыуҙан мәхрүм ҡалған, шул үҙенең терһәген тешләһен әйҙә, ә иң яҡшыһы – гәзит-журналдарыбыҙға яҙылһын!) Төркөмдө етәкләгән «Тамаша»ның баш мөхәррире Фәнил ҡоҙаҡаев, ҡоролтай исеменән йыйылыусыларҙы тәбрикләп, үҙҙәренең журналы тураһында һөйләне һәм башҡорт баҫмаларына яҙылыуҙа әүҙемлек күрһәткән Айгөл Шаһисолтанова, Зөһрә Салауатова, Миләүшә Ғәйнуллинаға бүләктәр тапшыр­ҙы. Йомабикә Ильясова «Башҡортостан ҡыҙы», Сабир Шәрипов «Ағиҙел», Флорида Искәндәрова «Башҡортостан уҡытыусыһы», Минзилә Ғабдрахманова «Башҡортостан», Дамир Шәрәфетдинов «Аманат», Айнар Байбулатов «Аҡбуҙат», Гөлназ Иҡбаева «Йәншишмә», Сатура Минһажетдинова «Урал», мин «Йәшлек» хаҡында ялҡынлы телмәр тоттоҡ. Шул уҡ ваҡытта, төрлөбөҙ төрлө баҫмала эшләһәк тә, бер-беребеҙҙе һис тә батырманыҡ, киреһенсә, гәзит-журналдарыбыҙҙы маҡтап, сығыш яһағанда бер-беребеҙҙе дәртләндереп ебәрҙек. Инде ун һүҙебеҙҙең бишәүһе генә лә осрашыуға килеүселәрҙең аңына барып етһә, күңел ҡылдарын сиртһә, башҡорт баҫмаларының тиражы кәмемәйәсәк. Һәр хәлдә, нисек итеп талантлы, хөрмәтле, әүҙем әҙип, журналистарҙың һүҙен йығаһың? Мәҫәлән, уратып-суратып тормай, күҙҙе сығара яҙғансы уйлағанын тура бәргән «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире Сабир Шәрипов, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, меҫкенләнмәһендәр ине, ул бит хәйерселәр һүҙе, тигәс, күптәр, уңайһыҙланып, башын түбән эйҙе. Ә яҙыусы яҡташтары һүҙен дауам итте:
− Бер районға барғас, туған телдән уҡыт­ҡан уҡытыусыларға «Ағиҙел»де уҡымайынса, һеҙ нисек башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытаһығыҙ, тинем, шунан һуң районда журналыбыҙҙы алдырып уҡыусылар һаны артты. Ә бер ауылда беҙҙең журналды бөтөнләй алдырмайҙар ине, уларға мин, һеҙҙән әлегәсә бер шағир-яҙыусы сыҡмаған һәм ғүмерҙә лә сыҡмаясаҡ, тинем, сөнки дөрөҫө шул. Гәзит-журнал килмәгән йорт балаһыҙ өйгә тиң. Гражданлыҡ бурысын үтәргә тейешбеҙ. Хөкүмәт милли баҫмаларға ярҙам итә, ә халыҡ шуны ла күтәреп алмай, арзан ғына торған гәзит-журналдар­ға яҙылмай. Матбуғатты алдырмайбыҙ, еребеҙҙе һатабыҙ, телебеҙҙе онотабыҙ... «Ағиҙел», «Йәшлек», «Аманат»тың оҡшамауы ла ихтимал, әммә шул ваҡытта ла башҡорт булғаның өсөн уларға яҙылырға, алдырырға кәрәк.
Элекке заманда бер ҡатын ауылдаштары алдында, киленем ун синыф бөтөргән, тип маҡтанған, аҙаҡ, киленем «Ағиҙел» алдыра, тип башҡаларҙың ауыҙын япҡан. Журналды электән иң аҡыллы, зыялы кешеләр генә алдырған һәм алдыра. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул, гәзит-журналдарыбыҙға яҙылмай ҡалмағыҙ, киленем «Ағиҙел» алдыра, тип һөйләрлек булһын!
Сығыштарҙан һуң гәзитебеҙҙе таратыуға ҙур өлөш индергән Манышты ауылы почтальоны Альбина Иҙрисоваға, хакимиәт башлығы Ғайса Мөфтәхетдиновҡа, «Йәшлек»те яратып уҡыған иң тоғро һәм иғтибарлы уҡыусыларыбыҙға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙыҡ. Осрашыуға килеүселәр араһында дуҫтарыбыҙ байтаҡ булып сыҡты.
− «Йәшлек»те йыл да алдырабыҙ, энәһенән-ебенә ҡәҙәр тигәндәй тәүге хәрефенән һуңғы нөктәһенә тиклем яратып уҡыйбыҙ, − тине уҡытыусы Хәлисә Мөхәммәтова. – Тик сканворд, кроссвордтарҙы ғына сисеп өлгөрмәйем. Аҡсам күберәк булһа, башҡортса сыҡҡан бар гәзит-журналдарға яҙылыр инем. Уларҙы, ысынлап та, беҙҙән, башҡорттарҙан тыш, тағы кем алдырып уҡыһын?
− «Йәшлек»тән бер йыл да ҡалғаныбыҙ юҡ, − тип йылмайҙы Зөһрә Салауатова, иҫтәлеккә логотип төшөрөлгән көрөшкә отоусыларҙың береһе. – Быйыл да икенсе ярты йыллыҡҡа алдан яҙылып ҡуйҙым.
− Миңә лә бөгөн «Йәшлек»кә яҙылырға ине, − тип һүҙгә инглиз теле уҡытыусыһы Әнисә Юламанова ҡушылды. − Инәйем Шәрғиә Яҡшыдәүләтова әйткәйне. Ул, оло йәштә булһа ла, һис бер ҡасан «Йәшлек»тән айырылмаған рухлы кеше!
− Ә минең «Йәшлек»кә үпкәм бар, − Фәйрүзә Кинйәбаева ла ситтә ҡалыуҙы хуп күрмәне. − Мин әллә нисә тапҡыр шиғырҙарымды ебәргәйнем, тик хат та, хәбәр ҙә булманы. Ни баҫып сығарманылар, ни шиғыр­ҙарың бармай, тип яуап яҙманылар. Ошондай-ошондай хаталарың бар, тиһәләр ҙә, күңелем булыр ине. Бәйләнештең юҡлығы күңелде ҡырҙы.
Шиғырҙарын бер нисә йыл элек ебәреүен иҫәпкә алып, әлеге ваҡытта әҙәбиәт бүлегендә Мөнир ҡунафин атлы бик шәп, башҡаларҙың ижадына иғтибарлы егеттең эшләүен хәбәр иттем һәм, үпкәләште онотоп, бай хисле, нескә күңелле Фәйрүзә апай менән дуҫлыҡты яңыртыр­ға килештек.
Шығайҙа беҙҙең десантты «Гөлнәзирә» фольклор халыҡ ансамбле ҡаршыланы. Утыҙ йыллыҡ тарихы булған төркөм 2003 йылда «халыҡ» исемен ала. Унда төрлө йәштәге (өс йәштән алып етмеш биш йәшкә тиклем) утыҙлап кеше йөрөй. «Гөлнәзирә» ҡанаты аҫтында «Һомай» балалар ансамбле лә эшләп килә икән.
− Ансамблде йәш белгес Зилә Хажина етәкләй, музыка етәксеһе – Айгиз Йылҡыбаев, − тип таныштырҙы йыр-моңға ғашиҡ кешеләр менән мәҙәниәт йорто директоры Сәғирә Шәрәфетдинова.
− Ошондай матур мәҙәниәт йорто булған ауылда дәртле, әүҙем, юғары мәҙәниәтле кешеләр йәшәйҙер, моғайын, − тигән Йомабикә Ильясова һис тә яңылышмай, сөнки шығайҙар электән матбуғатты күп алдырып уҡыусылар иҫәбендә. Мәҫәлән, беҙҙең гәзитте ҡырҡҡа яҡын йортта алдыралар. Ике тиҫтә йыл почтала эшләгән Фәниә Абҡадирова былтыр үҙе генә егерме ике ғаиләне «Йәшлек»кә яҙҙырған. Нисек итеп шундай тоғро дуҫты бүләкләмәйһең?! Почта етәксеһенә көрөшкәбеҙҙе тапшырғас, Хөсәйен менән Үткәлгә почта ташыған, «Йәшлек»те таратыуға ҙур өлөш индергән Ғаяз Сафуановҡа ла бүләк ҡалдырҙыҡ. Бынан ары Ғаяз Низам улы, бәлки, беҙҙең футболканы кейеп тороп гәзитебеҙгә яҙҙырыр. Уларҙан күрмәксе йәш почтальон Гөлфинә Юлаева ла дәртләнеп китте: «Мин дә күберәк халыҡты «Йәшлек»кә яҙылырға өгөтләйәсәкмен». Икенсе килеүебеҙҙә бүләк тап уға эләгер әле.
Уҡытыусы Гөлсөм Йылҡыбаева, «Йәшлек»һеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереп булмай, гәзит биттәрендә донъя күргән материалдарҙы дәрестә йыш ҡулланабыҙ, тип ҡыуандырһа, Эльвира Сәйәхова, яратып уҡыйым, конкурстарҙа ихлас ҡатнашам, һеҙгә тарихи мәҡәләләр ҙә ебәрә башлайым, тип һөйөндөрҙө.
− Ярты йыл яҙылмағайным, хәтәр ҡыйын булды, − тип, Зилә Сәйфуллина гәзиткә иң беренселәрҙән яҙылды. − Тик «Йәшлек» менән генә гел йәш булып йөрөлә икән!
− «Йәшлек»те ныҡ яратам! − урыҫ милләтенән булған Ольга Ғәлиуллина, тап-таҙа башҡортса һөйләшеп һушты алғас, шатырлатып беҙҙең телдә уҡыуын да белдерҙе. − Әсәйем башҡорт бит минең, шуға ике тел дә берҙәй яҡын. Бында алты йыл элек килен булып төшкәс, тик башҡортса һөйләшеүгә күстем.
Һылыу, алсаҡ китапхана етәксеһе менән һөйләшеп торғанда, яныбыҙға Сәмсениса Мурҙабаева килде. Етмеш йәшлек гүзәл апай күптәрҙең танауына сиртер − «Йәшлек», «Йәншишмә», «Урал», «Башҡор­тостан» гәзиттәренә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылған ул! Бына бит Шығайҙа ниндәй рухлы кешеләребеҙ бар, тип күтәренке кәйефтә Белорет ҡалаһына йүнәлдек. Яңыртылған «Металлург» кинотеатры бинаһында ойошторолған сарала почтальон ҡатынға бер минут та ҡул ҡаушырып ултырыр­ға тура килмәне − гәзит-журналдар­ға яҙылыусылар күп булды. Беҙ башҡорт баҫмаларын таратыуға күп көс һалған почтальон Светлана Непряхинаға һәм гәзитебеҙгә иң беренсе яҙылған З. Сабитоваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып хушһындыҡ. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, осрашыуҙарҙы йомғаҡлап, үҙ төйәгебеҙҙә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмалар­ҙы үҙебеҙ алдырырға тейеш, тине: «Был йәһәттән белореттар һынатмаҫ тип ышанам». «Урал» гәзитенең баш мөхәррире, урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты секретары Сатура Минһажетдинова ла, тираж буласаҡ, тип ныҡлы әйтте. Уларҙың һүҙҙәре күңелгә йылы өрҙө, юғиһә ошоғаса Белорет районы халҡы, матбуғатты күп алдырабыҙ, тип маҡтана алмай ине. Быйыл, исмаһам, иң уҡымышлы, зыялы, рухлы бөрйән, әбйәлилдәр­ҙе үтеп китмәһәләр ҙә, һәр хәлдә, ҡыуып етһендәр ине.
... Осрашыуҙа Сабир Шәриповтың әйткәндәрен ҡеүәтләп, киленем «Ағиҙел» алдыра, тип кенә түгел, ә килендәрем, кейәүҙәрем, ул-ҡыҙҙарым «Йәшлек» алдыра, тип маҡтанырлыҡ булһын, тибеҙ. Шуға ла, өлкән йәштә булып та, күңелдәре менән йәп-йәш ҡалған дуҫтарыбыҙға өндәшәбеҙ: «Ә һеҙ ул-ҡыҙҙарығыҙҙы, килен-кейәүҙәрегеҙҙе яҙҙыр­ҙығыҙмы «Йәшлек»кә?»

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Йәшлек»кә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!

27.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Өфөләр! Матбуғат йортона гәзиткә яҙылырға килегеҙ!


Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!

31.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләгебеҙ – лайыҡлыларға!


Миллион да отор ине!

11.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Миллион да отор ине!


Бүләкте тапшырҙыҡ!

02.07.2019 - Гәзиткә яҙылыу Бүләкте тапшырҙыҡ!


Төп призды - бензобысҡыны Мансур Ғәлиев отто!

Ашығығыҙ!

24.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Ашығығыҙ!


26 майға тиклем "Йәшлек"кә яҙыл! Юғиһә...

Льготалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

19.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Льготалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Туҡһанда ла –  «Йәшлек» менән!

17.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Туҡһанда ла – «Йәшлек» менән!


Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!

08.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Дуҫтар! Был бүләктәр һеҙгә!


Зиләгә бүләк – сәйнүк

07.05.2019 - Гәзиткә яҙылыу Зиләгә бүләк – сәйнүк


Иң өлгөрҙәргә –  «Йәшлек» бүләге

28.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Иң өлгөрҙәргә – «Йәшлек» бүләге


«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!

22.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу «Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ!


Яҙылырға яйын табайыҡ!

16.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылырға яйын табайыҡ!


“Гәзит  –  күңел йыуанысы”

10.04.2019 - Гәзиткә яҙылыу “Гәзит – күңел йыуанысы”


Әгәр булһаң ысын башҡорт, «Йәшлек»кә яҙыл, уҡы, тарат!

Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!