RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Белемле меңде йығыр

22.05.2012 Белемле меңде йығыр

йәки «Йәшлек»те алдырған отолмаҫ
«Йәшлек»те күптән алдырам. Ғөмүмән, гәзит-журналһыҙ йәшәүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Кемдер, хәҙер интернет, телевидение ваҡыты бит, нимә теләй­һең шуны ҡарайһың, тип әйтер. Уныһы шулай, ләкин икенсе яғы ла бар − әлегә һәр кемдең дә бөтә донъя элемтә селтәре юҡ бит. Телевизорҙы ла ваҡытында ҡарарға кәрәк. Гәзитте үҙеңдең ваҡытыңа, мөмкинлегеңә ҡарап төрлө ваҡытта уҡый алаһың.
Мин инде хаҡлы ялдамын, эшләгән ваҡытта тиҫтәләгән гәзит-журнал алдыра инем. Хәҙер пенсияла улай килеп сыҡмай, балалар ҙа үҫеп, таралышты. Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән кистәрен (хәҙер балалар ялға ҡайтҡанда) гәзит уҡырға яратабыҙ. Гәзитте алып уҡыуы үҙе бер бәхеттер, моғайын. Өс йәше тулған Динислам ейәнем мин тыштан инеүгә: «Татай, вот тебе газит», − тип ҡаршылай. Олатай тип әйттерә алмайбыҙ әле.
«Йәшлек» гәзите − тәрән мәғәнәле, фәһемле материалдарға бай баҫма, унда төрлө быуын вәкилдәренә лә кәрәкле мәҡәләләр бар. Ер мәсьәләһеме, экологиямы, эскелекме − төрлө темаларҙы журналис­тар беренсе булып, етәкселәр­ҙән ҡурҡмай күтәреп сыға. Былар бит беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең «яман» шештәре. Кемгәлер нимәлер оҡшамай икән, йәки нимәлер ҡыҙыҡһындыра икән, яҙығыҙ редакцияға. Ундағы хеҙмәткәрҙәр шатланып һеҙҙең үтенесегеҙҙе башҡарырға әҙер. Миллиондан ашыу башҡорттоң ни бары 16 меңдән саҡ ҡына ашыуы былтыр «Йәшлек»кә яҙылған. Оят беҙгә, милләттәштәр!
Кемдер матди ҡыйынлыҡҡа, аҡса юҡлыҡҡа һылтаныр. Һүҙ юҡ, ҡыйын мәсьәлә, ләкин теләк булғанда уны хәл итергә була. Теләк кенә кәрәк. Ауыл ерендә йәшәүселәр ике биҙрә картуфын йәки ике биҙрә һөтөн һатыпмы, ярты йыл буйы гәзит уҡып рәхәтләнәсәк. Рухи аҙыҡ та бик кәрәк. ҡыҙғаныс, ләкин ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ һыра, «сәмәй» кеүек эсемлектәргә аҡсаһын, мөлкәтен йәлләмәй. Бындайҙарҙы күрәбеҙ, әллә ҡайҙа түгел, беҙҙең эргәлә йәшәйҙәр бит. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ата-бабаларыбыҙҙы, үҙҙәренең ауыҙынан өҙөп, заемдарға яҙҙырғандар. Сөнки был ҡорал эшләү өсөн бик кәрәк булған.
Һуңыраҡ партия һәм совет органдары гәзит-журналдарға яҙылыу кампаниялары менән етәкселек итте. Һөҙөмтәлә совет халҡы донъяла иң күп уҡыусы булды.
Хәҙер инде совет власы юҡ, илдә демократия − «нимә теләйем шуны эшләйем, үҙемә үҙем хужа» тигән принцип хөкөм һөрә. Тик әлегә, минең уйымса, ул демократияны нимә менән ашайҙар икән, шуныһын аңлап еткермәйбеҙ кеүек.
Беҙ йәһүдтәрҙең берҙәмлегенә, бер-береһенә ярҙам итеүенә һоҡланабыҙ һәм ғәжәпләнәбеҙ. Беҙ ҙә улар кеүек булһаҡ ине. Ай-һай, уларға етеүе!
Әйҙәгеҙ, туғандар, беҙ ҙә үҙ телебеҙҙә нәшер ителеүсе «Йәшлек»те күтәрәйек.
Онотмайыҡ, беләкле берҙе еңер, белемле − меңде.

Рәйес ИШМӨХӘМӘТОВ,
Башҡортостандың мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны.

Көйөргәҙе районы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра