НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Йәшлек» – матур бүләк

«Йәшлек» – матур бүләк


Уҡырға күнеккән кеше гәзит-журналһыҙ йәшәй алмай. Күңеле яңы мәғлүмәттәргә сарсаған кеше үҙе алдырған баҫманың һәр битен ентекләп уҡып сыға, аҙаҡ сәй өҫтәле артындамы, бергәләп хужалыҡ эштәре менән булғандамы, ғаилә ағзалары менән ихласлап теге йәки был мәҡәләне, уларҙа күтәрелгән теманы тикшерә, ризалашыуын, шатлығын йәки ҡәнәғәт­һеҙлеген белдерә.
«Йәшлек» гәзитен даими уҡып барыусылар ҙа баҫмабыҙҙағы һәр үҙгәреште, яңы рубрикалар, темалар, авторҙарҙы күрә. Был турала уҡыусыларыбыҙҙан даими хаттар килеп тора. Уларҙың фекерҙәрен, тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотонабыҙ.
Бына киләһе 2011 йылдың тәүге яртыһына ла гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланып тора. Хөрмәтле гәзит уҡыу­сыларыбыҙҙың күңел ҡылдарын сиртерлек, зауығын ҡәнәғәтләндерерлек, дәрт-дарманын арттырырлыҡ яңынан-яңы темалар тәҡдим итмәксебеҙ. Гәзитебеҙ, быйылғы йылдың икенсе яртыһындағы кеүек үк, аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә сығасаҡ. Шишәмбе һәм шәмбе һандарына яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин (шәхси яҙылыусылар өсөн индексы – 80148, предприятиелар һәм ойошмалар өсөн – 60734. Бер айға яҙылыу хаҡы ябай халыҡ өсөн – 61 һум 87 тин, ә предприятиелар өсөн – 81 һум 61 тин), шәмбе һанына яҙылыу улар өсөн 302 һум 16 тин (шәхси яҙылыусылар өсөн индексы – 16414, предприятиелар һәм ойошмалар өсөн – 16480. Бер айға яҙылыу хаҡы ябай кешеләр өсөн – 50 һум 36 тин, предприятиелар өсөн – 70 һум10 тин) тәшкил итә.
«Йәшлек» гәзитенә яҙылып, квитанцияһын матур конвертҡа һалып, туғандарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың тыуған көндәренә, юбилейҙарына, байрамдарға бүләк итергә мөмкин. Мәҫәлән, 1 октябрҙә, Ололар көнөндә, ошо мөмкинлекте файҙаланып, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе, инәй-бабайҙарығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙе, ә Уҡытыусылар көнөндә ҡәҙерле уҡытыусыларығыҙҙы шатландыра алаһығыҙ.
Дөйә лә – бүләк, төймә лә – бүләк, тиҙәр. «Йәшлек» гәзите лә матур бүләк булыуға лайыҡлы рәүештә дәғүә итә ала. Шулай булғас, беҙҙең гәзиткә үҙегеҙ ҙә яҙылығыҙ, уҡығыҙ, ғәзиз кешеләрегеҙгә лә яҙҙырып һөйөндөрөгөҙ. «Йәшлек»те уҡығанда ләззәтле һәм кинәнесле минуттар һеҙгә!

Сығыу ваҡыты 18-09-2010, 16:02 | Ҡаранылар: 1727
|
  • «Йәшлек»тең хаҡы арзан, яҙылып ҡуйығыҙ алдан!
  • Ҡәҙерле дуҫ!
  • Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
  • «Йәшлек» менән – ил менән
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM