НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Иң әүҙем хат ташыусыларға – «Йәшлек»тән премия

Иң әүҙем хат ташыусыларға – «Йәшлек»тән премия


Иң әүҙем хат ташыусыларға – «Йәшлек»тән премия
Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер нисә йыл элек почтальон тураһында бер йыр бик популяр була торғайны. Унда был һөнәр эйәләренең бар яңылыҡты белеүе, һәммәһенә дуҫ булыуы, уларҙы һәр ваҡыт көтөп алыуҙары хаҡында һүҙ бара ине. Ысынлап та, хат ташыусылар бөгөн дә күп өйҙәрҙә көтөп алына! Cөнки улар яратҡан баҫмағыҙҙы ваҡытында килтерә. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, еңел булмаған эш башҡарған, ҡулайлаштырыу тигән заман еленә күкрәк ҡуйып бирешмәй алға барған һәм, әлбиттә, беҙҙең гәзитте лә ваҡытында халыҡҡа еткереүсе, яҙылыуҙы ойоштороусы почтальондарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Улар беҙгә ярҙам иткән кеүек, беҙ ҙә яуапһыҙ ҡалмаҫҡа булдыҡ. Һәм әле 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу барышында тик почтальондар өсөн генә конкурс иғлан итмәксебеҙ. Шарттары ҡатмарлы түгел. Хат ташыусыларҙан кем дә кем үҙ «биләмәһе»н­дә «Йәшлек» гәзитен былтырғынан арттырып яҙҙырыуға ирешә, шуға һәр арттырыл­ған дана өсөн 20 һум премия түләргә әҙербеҙ. Мәҫәлән, үткән йыл ауылда гәзитте 100 кеше алдырһа, быйыл әлеге күрһәткесте 200-гә еткерҙегеҙ икән, ти. 100 өҫтәмә дана өсөн 2000 һум аҡса һеҙҙең ғаилә бюджетына һиҙелерлек ярҙам буласаҡ түгелме?
«Йәшлек»тең тиражын арттырһағыҙ, башҡар­ған эшегеҙ хаҡында яҙып (былтырғы-быйылғы күрһәткестәр менән, әлбиттә), үҙегеҙ эшләгән почта бүлексәһе начальнигының имзаһы һәм мисәте менән раҫлап, редакцияға ебәрегеҙ.
Тағы шуныһы: «Йәшлек»те иң күп таратыусы хат ташыусылар айырым билдәләнәсәк.

1-се урынға бүләк – 5000 һум
2-се урынға – 3000 һум
3-сө урынға – 1000 һум


Конкурс 15 декабргәсә дауам итә.

Еңегеҙҙе һыҙғанығыҙ,
почтальондар!

Сығыу ваҡыты 22-10-2011, 11:07 | Ҡаранылар: 918
|
  • Ниңә гәзит килмәй?
  • Почтальондар беҙҙә ҡунаҡта
  • Хат ташыусылар үҙ эштәренә яуаплыраҡ ҡараһын ине
  • Иң әүҙем хат ташыусыларға – «Йәшлек»тән премия
  • Беренсе урынға – 4000 һум!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM