НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә 23 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә 23 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Ҡәҙерле дуҫтар, “Йәшлек”кә 23 октябргә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә 13 октябр­ҙән 2012 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителде. Был сара гәзит-журналдарҙың тиражын күтәреү һәм уҡыуға ынтылышты күтәреү маҡсатында яҙлы-көҙлө «Рәсәй почтаһы», редакциялар тарафынан ойошторола.
Ташлама каталогтағы хаҡтың 10 процентын тәшкил итә. Башҡортостанда 23 октябргәсә гәзит-журналдар редакциялары төрлө саралар үткәрәсәк.
Был көндәрҙә «Йәшлек» хаҡында ла онотмаҫһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Байтаҡ дуҫтарыбыҙ, подписка башланыу менән үк почта бүлексәһенә барып, баҫмабыҙға яҙылыуын белдер­ҙе. Гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡтарын бер килограмм колбаса менән дә, кәнфит-шәрбәт менән дә, хатта ярма хаҡтары менән дә сағыштырып тормайбыҙ, бары тик, яҙылһағыҙ, «Йәшлек»тең һеҙҙе тотош алты ай буйы бай мәғлүмәт менән тәьмин итәсәген генә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Шишәмбе һәм йома көндәрендә сыҡҡан 80148 индекслы «Йәшлек»кә әгәр быға тиклем яҙылыу хаҡы 351 һум 72 тин булһа, 10 процентлы ташламаны файҙаланып, уға 316 һум 50 тингә яҙыла алаһығыҙ.
Хаҡы 294 һум 18 тин торған 16144 индекслы йома һанын ғына яҙҙырып уҡырға теләүселәр уны ташлама менән 264 һум 72 тингә яҙҙыртыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар, был ташлама 23 октябргә тиклем генә. Мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Сығыу ваҡыты 15-10-2011, 11:16 | Ҡаранылар: 1119
|
  • Байрамға үҙегеҙгә бүләк эшләгеҙ – «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
  • Былтырғы хаҡтар буйынса «Йәшлек»кә яҙылып ҡалығыҙ
  • «Йәшлек»тең хаҡы арзан, яҙылып ҡуйығыҙ алдан!
  • Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!
  • «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM