НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Яратҡан баҫмағыҙға бөгөндән яҙылығыҙ, дуҫтар!

Яратҡан баҫмағыҙға бөгөндән яҙылығыҙ, дуҫтар!


Яратҡан баҫмағыҙға бөгөндән яҙылығыҙ, дуҫтар!
Шундай бер риүәйәт иҫкә төштө: бер ваҡыт ике дуҫ сүллектә китеп барған. Бара-бара араларында бәхәс ҡубып, берәүһе ҡыҙыулығынан икенсеһенең сикәһенә сапҡан да ебәргән. Тегеһе, ауыртынһа ла, өндәшмәгән, бары тик: «Иң яҡшы дуҫым миңә һуҡты», − тип ҡомға яҙып ҡуйған.
Артабан был икәү шым ғына юлдарын дауам иткән. Байтаҡ көндәр үткәс, ике дуҫ күлгә тап булған. Яңағына эләккәне һыуға бата яҙған һәм дуҫы, әлбиттә, уны ҡотҡар­ған. Аңына килгәс, ташҡа былай тип яҙған ҡазаға тарыу­сы: «Бөгөн иң яҡын дуҫым мине үлемдән ҡотҡарҙы». Икенсеһе аптырап ҡалған да һораған: «Мин һиңә һуҡҡанды ҡомға яҙҙың, ә хәҙер − ташҡа, ниңә улай?» Дуҫы шулай тип яуап биргән: «Беҙҙең ауыр кисерештәр ҡомға яҙылһын да, ел уларҙы һепереп алып китһен, ә ҡыуаныс­тар юйылмаҫлыҡ булып ташҡа баҫылһын. Йәшәүе лә яҡшыраҡ булыр».
Фәһем бар был һүҙҙәрҙә. Һеҙҙең дә ҡыйынлыҡтарығыҙ тик ҡомға яҙылһын, ә бәхеттәрҙе, матур кисерештәрҙе, яҡшы дуҫтарҙың яҡшы эштәрен ташҡа яҙайыҡ, йәғни «Йәшлек» биттәрендә лә улар ташҡа яҙылғандай оҙаҡ һаҡланыр, юйылмаҫ. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй − бары беҙҙең гәзиткә тоғро ҡалыуығыҙ ғына шарт. «Йәшлек»те уҡыуығыҙ, яҙышыуығыҙ тураһында һүҙ.
2012 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡтары түбәндәгесә: 80148 индекслы «Йәшлек» (шишәмбе, йома) 351 һум 72 тин тора. 16414 индекслы 16 битлек йома һанын ғына алдырырға теләүселәргә 294 һум 18 тин аҡса ла етә.
Дуҫтар, йорттарығыҙға «Йәшлек» килеүе беҙҙең өсөн ташҡа яҙырлыҡ ҡыуаныс булыр!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Сығыу ваҡыты 4-10-2011, 09:58 | Ҡаранылар: 940
|
  • Былтырғы хаҡтар буйынса «Йәшлек»кә яҙылып ҡалығыҙ
  • «Йәшлек»тең хаҡы арзан, яҙылып ҡуйығыҙ алдан!
  • «Йәшлек»кә яҙылыу ваҡыты оҙайтылды
  • Дуҫлыҡ һынала торған мәл
  • Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM