RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ансарҙың бәхете – «Йәшлек»тән!

24.12.2017 Ансарҙың бәхете – «Йәшлек»тән!

Ансарҙың бәхете – «Йәшлек»тән!Күптән түгел «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында «Суперприз от!» уйынына йомғаҡ яһағайны.
Бүләктәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» программаһында тура эфирҙа уйнатылды. «Йәшлек» һәм район гәзиттәренә яҙылып, бүләк отоу­сылар араһында Әбйәлил райо­нының Ишбулды ауылынан Ансар Хажинға планшет эләгеүенә барлыҡ тамашасы шаһит булды. Бына бит, кешенең бәхете ниҙәндер бер булһа була икән – был гәзит уҡыусыбыҙ дүртенсегә «Йәшлек» аша бүләк ота!
Ансар Фәсхетдин улы 2014 йылда «Йәшлек»-фараз» уйынында еңеп, аш-һыу комбайны менән бүләкләнгәйне. Икенсе йыл Хажиндар ошо уҡ конкурста дөрөҫ фараз өсөн сәй сервизы алып ҡыуанды. Тағы ла сканвордҡа дөрөҫ яуап биргән гәзит уҡыусылар булараҡ, «Йәшлек» гәзите логотибы төшөрөлгән футболка, бейсболка ла бүләк иттек үҙҙәренә.
Хажиндар кеүек бер нисә тапҡыр бүләк отоусы дуҫтарыбыҙ юҡ түгел, әлбиттә. Бындай даланлы уҡыусыларыбыҙҙың исемдәрен ятлап бөткәнбеҙ. «Йәшлек» менән дуҫлыҡтарын өҙмәй, матбуғатҡа тоғро ҡалыуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ уларға.
Яратҡан гәзитебеҙ киләсәктә лә һеҙҙең өйҙәрегеҙгә иң яҡын дуҫығыҙ кеүек килһен ине. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзитте тағы ла матурыраҡ һәм яҡшыраҡ итербеҙ, тип ышандырып ҡалабыҙ.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Р. ИСТАНБАЕВА фотоһы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра