НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һеҙҙең һөйөү балаларығыҙға ла “йоҡһон”

Һеҙҙең һөйөү балаларығыҙға ла “йоҡһон”


Һеҙҙең һөйөү балаларығыҙға ла “йоҡһон”– Һин “Йәшлек” гәзитен уҡыйһыңмы?
– Эйе.
– Ҡасандан алып уҡый­һың?
– Барлыҡҡа килгәненән бирле. “Ленинсы” булғанында ла беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт алдырҙылар.
– Үәт, үәт, тимәк, атай-әсәйең һиндә гәзиткә ҡа­рата ҡыҙыҡһыныу һәм һө­йөү уятҡан. Шулаймы?
– Шулай инде. Ә ниңә миңә бындай һорауҙар бирергә булдың әле?
– Һинең дә атай-әсәйең кеүек булыуыңды теләйем. Йәғни балаларың бәлә­кәй­ҙән үк үҙебеҙҙең милли баҫмаларҙы уҡыһын, бел­һен, ҡыҙыҡһынһын өсөн үҙең яҙылыу шарт.
Шундай бер әңгәмәнең шаһиты булырға тура килде. Беҙ атай-әсәйҙәребеҙҙән бөтә яҡшы нәмәне үҙебеҙгә алырға, оторға тейешбеҙҙер ул. Шулай итәйек, дуҫтар!
Әле гәзит-журналдарға киләһе йылға яҙылыу кампанияһы бара. Һеҙ алты айға йә тотош бер йылға үҙегеҙ теләгән баҫмағыҙға яҙыла алаһығыҙ.
“Республика Башкор­тос­тан” нәшриәт йорто конкурстар ҙа иғлан иткәйне. Беҙ гәзитебеҙҙә был хаҡта яҙҙыҡ. Отош уйынында ҡатнашыу ауыр түгел, бары тик бер республика һәм бер төбәк гәзитенә яҙылыу тураһындағы квитанцияның күсермәһен генә ебәреү шарт. Бынан тыш, “районка”лар ҙа үҙ уйындарын үткәрә. Яҙылығыҙ, ҡатнашығыҙ, бүләкле булығыҙ! Беҙҙең тәүге еңеүселәр бар ҙа инде.

Йәшлек”кә хаҡтар түбәндәгесә: алты айға – 744 һум 54 тин, бер йылға – 1341 һум 12 тин. Шуға иғтибар итегеҙ: тотош йылға яҙылыу яртышар йыллап бүлеп яҙылған­ға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Сығыу ваҡыты 23-09-2016, 11:51 | Ҡаранылар: 299
|
  • Ун көнлөктә «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
  • Осрашайыҡ ялдарҙа
  • Бүләктәр - бер йөк
  • “Йәшлек”кә яҙылдыҡ,тип ҡыуандырыусылар күп әле
  • “Йәшлек”кә арзаныраҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирәбеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM