RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Гәзитебеҙгә яҙыл да, төркиәгә путевка от!

26.11.2014 Гәзитебеҙгә яҙыл да, төркиәгә путевка от!

Гәзитебеҙгә яҙыл да,  төркиәгә  путевка от!Һүҙҙе бер риүәйәттән башламаҡсыбыҙ. Боронғо индеец халҡының аҡылы был.
Бер ҡарт ейәненә тормош асылы тураһында һөйләй ҙә, һүҙ ыңғайы шуны әйтеп үтә:
– Улым, һәр кешелә ике бүре алышы кеүек көрәш бара. Бер бүре яуызлыҡты сағылдыра – көнсөллөк, эгоислыҡ, алдаҡты, икенсеһе яҡшылыҡты – мөхәббәт, өмөт, хәҡиҡәт, тоғролоҡто.
Үҫмер олатаһының һүҙҙәрен бик ентекләп тыңлай, күңеленә һеңдерә һәм уйға ҡалып, шундай һорауын да бирә:
– Ә, ғәҙәттә, ҡайһы бүре еңә һуң?
Олатайҙың яуабы шул була:
– Кеше ниндәй бүрене ашата, һәр ваҡыт шуныһы еңә инде.
Йәмәғәт, беҙҙең һеҙгә теләк шул: үҙегеҙҙәге эске көрәштә һәр ваҡыт яҡшылыҡ “бүре”һен “һыйлағыҙ”, өмөтлө, иманлы, намыҫлы, бәхетле булығыҙ! Беҙҙең баҫма аша ла тик яҡшылыҡтар ғына алырһығыҙ.

Әйткәндәй, “Йәшлек”-фараз” конкурсында ҡатнашырға уйланығыҙмы? Беҙҙең бүләктәр тоғо тағы ла ҡалынайғанын еткерергә ашы­ға­быҙ. Баҡһаң, унда Төркиәгә туристик юллама ла ята икән. Шулай итеп, әҙер купонға үҙе­геҙ тураһында тулы мәғлүмәтте, “Йәш­лек”кә яҙылыу тураһында квитанция күсермәһен, гәзитебеҙҙең буласаҡ тиражын фаразлап, купонды тултыраһығыҙ ҙа, беҙгә ебәрәһегеҙ. Уңыштар һеҙгә!

“Йәшлек”кә 2015 йылдың тәүге алты айына яҙылыу
хаҡы – 679 һум 44 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра