«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының энциклопедияһы донъя күрәсәк



24.01.2014 Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының энциклопедияһы донъя күрәсәк

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының энциклопедияһы донъя күрәсәк Китап данлыҡлы уҡыу йортоноң 70 йыллыҡ юбилейы айҡанлы әҙерләнә. "Башҡортостан энциклопедияһы" ғилми нәшриәте белгестәре әйтеүенсә, баҫма белем усағының бай тарихын сағылдырырға тейеш.
Әле махсус эшсе төркөм төҙөлгән, сығарылыш уҡыусылары, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр туплана. Ошо маҡсатта матбуғат баҫмаларына, сайттарға иғландар бирелгән. Яҙмышы тарихи белем усағы менән бәйле кешеләргә анкета тултырыу талап ителә. Мәғлүмәттәрҙе гимназия-интернаттың йәки "Башҡортостан энциклопедияһы"ның сайттарына, социаль селтәрҙәрҙәге махсус биттәргә ебәрергә мөмкин. Эшсе төркөм ағзалары барыһын да әүҙемерәк булырға саҡыра, сөнки һәр белем усағының тарихын уның күренекле шәхестәре билдәләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға