«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” - смартфондарҙа



26.11.2013 “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” - смартфондарҙа

“Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” - смартфондарҙа Күптәр яңы телефон алғанда үҙенең һанап сығарыу ҡеүәһе, хәтере һәм башҡа мөмкинлектәре юғары булған “аҡыллы”смартфондарҙы үҙ итә. Бер нисә эште бер ыңғай башҡарған был электрон дуҫтарға күбеһенсә андроид операцион системаһы ҡуйылған. Бындай ОС-ның мөмкинлектәре ҙур һәм уға йәнең теләгән программаны ҡуйып була. Уға уйындар, эш, хобби, уҡыуға ярҙам иткән, аралашырға мөмкинлек биргән меңәрләгән программа инә.
Республиканың төп телеканалы - “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” Ер шарының теләһә ниндәй нөктәһендә лә күрһәтә. Бының өсөн инде күптәргә билдәле tv-rb.ru интернет сайтын файҙаланып була. Әле иһә Smart - TV функциялы телевизор һәм андроидлы смартфондарҙан да БЮТ тапшырыуҙарын ҡарап була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға