«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гөлнур Зиннәтова республикабыҙҙы данлай



06.11.2013 Гөлнур Зиннәтова республикабыҙҙы данлай

Гөлнур Зиннәтова республикабыҙҙы данлай 10 ноябрҙә Красноярск ҡалаһында “Азия – Себер һылыуҡайы” төбәк-ара матурлыҡ конкурсы үтәсәк. Был мәртәбәле бәйгелә быйыл Красноярск, Томск, Абакан, Ҡыҙыл, Өфө, Кемерово ҡалаларынан ғаризалар бирелгән.
Һайлап алыу турында Бурятия, Тыва, Хакасия, Яҡут, Кемерово өлкәһенең Таулы Шория, Башҡортостан, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстандан килгән 16 һылыуҡай еңеп сыҡҡан.
Беҙҙең республиканы конкурста Өфө ҡалаһы ҡыҙы Гөлнур Зиннәтова күрһәтә. Уға тауыш биреү өсөн http://newslab.ru/Contest/MissAsia2013/photo/550150 һылтанмаһы буйынса инергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға