«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Конкурстар » Иң матуры – Индира!



18.10.2013 Иң матуры – Индира!

Иң матуры – Индира!Иң матуры – Индира!“Йыһандың тәүге йәш фотомоделе – 2013” исеменә Башҡортостандан Индира Шаһимәрҙәнова лайыҡ булды.
Ошо көндәрҙә Төркиәлә Бөтә донъя балалар һылыулыҡ конкурсы тамамланды. Унда 4 – 16 йәшлек ҡыҙҙар көс һынашты. Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған 12 йәшлек Индира жюри ағзаларын матурлығы менән генә түгел, ә сихри тауышы менән дә арбаны. Һөҙөмтәлә ҡыҙ “Йыһандың тәүге йәш фотомоделе – 2013” тажына һәм “Мисс талант” номинацияһына ла лайыҡ булды.
Индира Шаһимәрҙәнова Әбйәлил районының Асҡар ауылынан, “Мисс Башҡортостан” матурлыҡ һәм модель белем биреү мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Быға тиклем “Башҡортостандың йәш һылыуҡайы – 2012” бәйгеһендә еңгән, “Сулпылар” телевизион конкурсының гран-прийына лайыҡ булған, “Рәсәйҙең тәүге йәш фотомоделе – 2013” исемен оло ғорурлыҡ менән йөрөтә.
Ҡыҙ 2014 йылда Хорватияла уҙасаҡ халыҡ-ара ижади конкурсҡа саҡырыу алған. “Индираны артабан оло еңеүҙәр көтә, ул үҙенең һәләте, тырышлығы менән беҙҙе тағы ла ҡыуандырасаҡ. Һылыуҡайға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем”, – ти “Мисс Башҡортостан” агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға