«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙекеләр - Парижда



15.11.2010 Беҙҙекеләр - Парижда

Парижда коляскала ултырыусы физик мөмкинлектәре сикле спортсыларҙың фехтование буйынса донъя чемпионаты үтте. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандыҡылар ҙа бар ине. Улар биш миҙал – 1 алтын, өс көмөш, 1 бронза яулауға иреште. Альбина Курамшина (Шишмә районы) «А» категорияһында тәүге Рәсәй чемпионкаһы булды. Иван Андреев (Өфө арйоны) «бронза» алды. Команда ярышында Рәсәйҙекеләр икенсе урынға лайыҡ булды, бында сығыш яһаусы дүрт рапирасының өсәүһе беҙҙең республиканыҡы: Иван Андреев һәм Өфө егеттәре Тимур Хәмәтшин менән Марат Йосопов. Спортсыларҙың тренерҙары - Фәрит Арыҫланов (рапира) һәм Валерий Козлов (ҡылыс). Чемпионканы һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ!
Лилиә Мөрсәлева.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға