«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сират тағы оҙонайҙы…



09.11.2010 Сират тағы оҙонайҙы…

5 октябрҙән ҡала-ара маршруттарҙа йөрөүселәр өсөн «ҡыуаныслы» күренеш барлыҡҡа килде: билет һатып алғанда паспорт күрһәтеү (йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ) талап ителә. «Башавтотранс»тан хәбәр итеүҙәренсә, был юлда йөрөүҙө хәүефһеҙ итер өсөн индерелгән. Билеттарҙа пассажирҙың исем-фамилияһы, паспорт мәғлүмәттәре яҙыла. Әлбиттә, бер яҡтан һәйбәт, тик һәр билет алыусының документын ҡарап, теркәп ултырыусы кассирға ла ваҡыт кәрәк бит әле, ә сиратта күпме кеше тора?! Мәҫәлән, мин байрамға ҡайтҡанда Өфө автовокзалында һыу буйы сират ине. Етмәһә, минән алда тороусыларҙың күбеһе паспорт кәрәклеген белмәйенсә килеп (касса тәҙрәһендә был хаҡта яҙылған иғлан тора ине ул тороулыҡҡа), оҙаҡ ҡына тоҡсайҙарынан документ эҙләне. Шунан китте ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙәр, әрләш. Һөҙөмтәлә, ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ тапанылды шул сиратта. Билетты алғас, күҙ йүгертһәм, унда үҙем тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт тапманым. Паспорт номерын кассалағы компьютерға ғына теркәнеләрме икән? Улай тиһәң, кире килгәндә, Мәләүез вокзалында «исемле» билет алдым. Унда ла документ теркәү арҡаһында сиратта оҙаҡ торолдо. Һәр хәлдә пассажирҙар йөҙҙәрен боҙоп китте касса янынан. Бәлки, нимәнелер үҙгәртерҙән алда эҙемтәләрен нығыраҡ күҙалларға кәрәктер ул.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға