«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы аҡсалар сығасаҡ



30.08.2013 Яңы аҡсалар сығасаҡ

Яңы аҡсалар сығасаҡ2 сентябрҙә Рәсәй Үҙәк банкыһы эмиссияһы программаһына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһы” серияһында Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһына арналған ун һумлыҡ яңы аҡса сығасаҡ. Ул биметалл буласаҡ: дизайн нигеҙендә латундан яһалған ҡулса эсендә мельхиор диск. Аҡсаның тиражы 10 миллион дана тәшкил итәсәк. Әйтергә кәрәк, был серияла 2005 йылдан бирле 33 төр аҡса сығарылған.
Был көндө «Хәрби дан ҡалалары» серияһында ла яңы аҡса сығарыу көтөлә. Архангельск ҡалаһына арналған ун һумлыҡ яңы аҡса ҡиммәтле булмаған металдан яһаласаҡ, диаметры - 22 миллиметр, тиражы 10 миллион дана.
Яңы аҡсалар сығасаҡ Архангельск Петр батша заманынан бирле тәүге хәрби диңгеҙ порты тип һанала. Ул Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә фронт буйында урынлаша һәм күп тапҡыр немец авиацияһы тарафынан бомбаға тотола. Шулай ҙа ҡала бирешмәй, Советтар Союзының төнъяғын һаҡлауҙа, армияның тыл учреждениелары һәм флоттың эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай. Архангельскиға 2009 йылдың 5 декабрендә «Хәрби дан ҡалаһы» исеме бирелә.
Яңы тимер ун һумлыҡ аҡсаның реверсында ҡаланың гербы һүрәтләнгән.
«Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы ун һумлыҡ тимер аҡса 2011 йылдан бирле сығарыла. Ул гальваник ысул менән латунь ялатылған ҡоростан яһала. Әлеге ваҡытта Белгород, Курск, Орёл, Владикавказ, Малгобек, Ржев, Елец, Ельня, Воронеж, Луга, Полярный, Дондағы Ростов, Туапсе, Великие Луки, Бөйөк Новгород, Дмитров, Вязьма, Кронштадт, Наро-Фоминск, Псков, Козельск ҡалаларына арналған аҡсалар бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға