«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бесәйҙәр араһында ла еңел атлетика була икән



05.08.2013 Бесәйҙәр араһында ла еңел атлетика була икән

Бесәйҙәр араһында ла еңел атлетика була икән 8 сентябрҙә баш ҡаланың «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында ғәҙәти булмаған «Бесәйҙәрҙең еңел атлетика ярышы» үтәсәк. Унда спортсы бесәй исемен яулау өсөн йөҙгә яҡын хайуан ҡатнашасаҡ. Бесәйҙәргә ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә, бейеклеккә һикерергә һәм башҡа еңел атлетика һынауҙарын үтергә тура киләсәк. Бынан тыш, конкурсанттар «Кем иң күп аҙыҡ ашаясаҡ?», «Кем үҙенең хужаһын тиҙерәк табасаҡ?», «Ҡайһы бесәй йөн йомғағын тиҙерәк тағатасаҡ?» тигән ярыштарҙа көстәрен һынарға тура киләсәк.
Спорт байрамында ойоштороу комитеты тарафынан хужаһының заявкаһы раҫланған бесәйҙәр ҡатнаша ала. Эйәләре мыраубайҙарын ҡаршылыҡтар аша сират буйынса үткәрәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға