«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Танылған композитор мәрхүм булды



29.07.2013 Танылған композитор мәрхүм булды

Танылған композитор мәрхүм булды Бөгөн Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе. 57 йәшендә танылған композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Салауат Низаметдинов мәрхүм булып ҡалды.
Салауат Әхмәҙи улы 1957 йылдың 3 мартында Учалы районы Миндәк ҡасабаһында тыуып үҫкән. Өфөнөң һуҡырҙар өсөн махсус интернатында, 1-се һанлы балалар музыка мәктәбендә белем ала.
1977–1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт институтында уҡый. 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 2006–2010 БР Композиторҙар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.
Салауат Низаметдинов күп конкурстар лауреаты, бик күп популяр йырҙар авторы.
Мәрхүм менән хушлашыу 30 июлдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға