«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы ун һумлыҡ аҡса сығасаҡ



29.07.2013 Яңы ун һумлыҡ аҡса сығасаҡ

Яңы ун һумлыҡ аҡса сығасаҡ 1 августа Рәсәй Банкыһы эмиссияһы программаһы сиктәрендә «Хәрби дан ҡалалары» серияһында Козельск ҡалаһына арналған ун һумлыҡ яңы аҡса сығарасаҡ. Ул ҡиммәтле булмаған металдан яһаласаҡ, диаметры 22 миллиметр, тиражы 10 миллион дана тәшкил итәсәк.
Тимер аҡсаның реверсында Бөйөк Ватан һуғышының тәүге өлөшөндә, 1941 йылда Мәскәү өсөн алыштарҙа азат ителгән, 2009 йылдан «Хәрби дан ҡалаһы» исемен йөрөткән Козельск ҡалаһының гербы һүрәтләнгән.
«Хәрби дан ҡалалары» серияһындағы ун һумлыҡ тимер аҡсаларҙы Рәсәй Банкыһы 2011 йылдан бирле сығара. Улар гальваник ысул менән латунь ялатылған ҡоростан яһала. Әлеге ваҡытҡа тиклем Белгород, Курск, Орёл, Владикавказ, Малгобек, Ржев, Елец, Ельня, Воронеж, Луга, Полярный, Дондағы Ростов, Туапсе, Великие Луки, Бөйөк Новгород, Дмитров, Вязьма, Кронштадт, Наро-Фоминск, Псков, Козельск ҡалаларына арналған аҡсалар сығарылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға