«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташ рок-музыканттар бергә сығыш яһаясаҡ



06.06.2013 Яҡташ рок-музыканттар бергә сығыш яһаясаҡ

Яҡташ рок-музыканттар бергә сығыш яһаясаҡ 12 июндә Рәсәйҙең билдәле рок - йырсылары Земфира Рамаҙанова һәм Юрий Шевчук Өфөлә Ҡала көнөнә ҡарата концерт менән сығыш яһаясаҡ. Тамаша «Аҡбуҙат» ипподромында үтәсәк.
Концерт бик сағыу булмаҡсы. Сөнки ике артист Өфө сәхнәһендә тәүгә бергә йырлаясаҡ. Салют та көтөлә.
Билет хаҡы 600 һумдан алып. Концерттан килгән аҡсаның бер өлөшө Республика балалар клиник дауаханаһына китәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға