«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һин «Бәйләнештә» селтәре башҡортса булыуын теләйһеңме?



05.06.2013 Һин «Бәйләнештә» селтәре башҡортса булыуын теләйһеңме?

Һин «Бәйләнештә» селтәре башҡортса булыуын теләйһеңме? Һәммәбеҙ ҙә яратып өлгөргән «Бәйләнештә» селтәрендә күптәр аралаша, яңылыҡтарҙы уҡый, дуҫ–таныштарының тормошон күҙәтеп бара. Шулай ҙа шәхси биттә бүлектәрҙең исемдәре русса бирелеүе генә ҡамасаулай. Бит менән идара итеүҙең көйләү бүлегендә телде һайлап алыу мөмкинлеге булһа ла, унда «башҡортса» тигәне юҡ.
Шөкөр, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Селтәрҙә «VK.com башҡорт телендә» тигән төркөм барлыҡҡа килде (адресы - https://vk.com/vkbashkort). Уның етәксеһе Илдар Кинйәбулатов белдереүенсә, «Бәйләнештә» социаль селтәре башҡортсаға тәржемә ителәсәк. Әйтергә кәрәк, был эш 2009 йылда уҡ башланған.
Әлеге ваҡытта 15000 һүҙбәйләнеш башҡортсаға әйләндерелергә тейеш. Шуға күрә лә иң профессиональ, уҡымышлы белгестәр талап ителә. Улар теләүселәр үҙҙәре тураһында мәғлүмәт яҙырға тейеш. Кандидаттарҙың ошондай проекттарҙа ҡатнашыуы ла иҫәпкә алынасаҡ.
Һайлап алынған белгестәргә тәржемә интерфейсына инеү өсөн бер -ике көндән мөмкинлек биреләсәк. Проектта ҡатнашырға теләүсе башҡа тәржемәселәргә бер-ике аҙнанан ҡушылырға мөмкин буласаҡ. Әлегә улар асыҡ фекер алышыуҙа ҡатнаша ала.
Артабан ҙур хаталарҙан һәм вандалдарҙан һаҡланыу өсөн тәржемәселәргә ҡағиҙәләр төҙөләсәк.
Бергәләп тотонһаҡ, «Бәйләнештә» селтәре саф башҡортса буласаҡ! Барыһы ла беҙҙең үҙебеҙгә бәйле! Әүҙем булайыҡ, дуҫтар! Берҙәмлектә - беҙҙең көс!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға