«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙамға



17.05.2013 Ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙамға

Ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға ярҙамға Бөгөн – Халыҡ – ара балаларҙың «ышаныс» телефоны көнө. Был көн ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға йәмғиәт иғтибарын арттырыу өсөн ҡабул ителгән. Ошо маҡсатта 2010 йылдың сентябрендә Балалар менән ҡаты мөғәлләмә итеүгә ҡаршы дөйөм милләт мәғлүмәт компанияһы сиктәрендә балалар өсөн берҙәм Рәсәй «ышаныс» телефоны - 8-800-2000-122 булдырылған.
Әлеге ваҡытта республикала был номер буйынса Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика приюты, Балаларға, йәштәргә һәм ғаиләгә социаль-психологик ярҙам итеүҙең республика үҙәге менән бәйләнешкә инеп була. Бынан тыш, тәүлек әйләнәһенә түбәндәге «ышаныс» телефондары буйынса шылтыратып, бар теләүселәргә лә психологик ярҙам алырға мөмкин.
- Балаларға, йәштәргә һәм ғаиләгә социаль-психологик ярҙам итеүҙең республика үҙәге - 273-09-00,
- «Индиго» ҡала үҙәге - 223-22-11,
- Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика приюты - 246-12-12.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға