«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Музейҙар төнө»нә рәхим итегеҙ!



13.05.2013 «Музейҙар төнө»нә рәхим итегеҙ!

«Музейҙар төнө»нә рәхим итегеҙ! 18 майҙан 19 майға ҡараған төндә Өфөлә «Музейҙар төнө» уҙғарыласаҡ. 1997 йылда Берлинда тәүгә үткән был сара йәштәрҙе тарихҡа ылыҡтырыу, музейҙарҙың потенциалын халыҡҡа еткереү маҡсатында бөтөн донъяла ойошторола.
Республика Хәрби дан музейында хәрби - тарихи майҙансыҡтар булдырыласаҡ, балалар өсөн уйындар, төрлө конкурстар уҙғарыласаҡ, хәрби техника күргәҙмәһе буласаҡ. Музей иртәнге сәғәт 4-кә тиклем эшләйәсәк.
Х-МАХ галереяһында фин рәссамы Ян Кайлдың күргәҙмәһе уҙасаҡ.
М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында республика яҙыусылары менән әҙәбиәт сәғәте, билдәле артистар ҡатнашлығында камералы концерт үткәреү ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға